Полоний

From Wikipedia, the free encyclopedia

Полоний
Remove ads

Полоний (лат. Polonium, Po) — Менделеевтың периодик таблицаһының 6-сы осор, 16-сы төркөм элементы. Тәртип номеры — 84. Халькогендар төркөмөнә ҡарай. Нормаль шарттарҙа йомшаҡ радиоактив металл, көмөшһыу-аҡ төҫтә[4][5].

Ҡыҫҡа факттар Кем хөрмәтенә аталған, Асыусы йәки уйлап табыусы ...
Remove ads

Символы

Полоний элементының символы — Po (Полоний тип уҡыла).

Тарихы һәм атаманың килеп сығышы

Элемент 1898 йылда Пьер Кюри һәм Мария Склодовская-Кюри тарафынан уран ыҫмалалы рудаһында асыла[6]. Улар 18 июлдә Париж Фәндәр академияһы ултырышында докладта беренсе тапҡыр асыш тураһында хәбәр итәләр. Элемент Мария Склодовская-Кюриның тыуған яғы — Польша (лат. Polonia) хөрмәтенә исем ала[5]

1902 йылда немец ғалимы Вильгельм Марквальд яңы элемент аса. Ул уны радиотеллур тип атай. Кюри, асыш тураһындағы яҙманы уҡып, был — улар тарафынан дүрт йыл элек асылған полоний элементы, тип хәбәр итә. Марквальд бындай баһа менән килешмәгән һәм уларҙың төрлө элементтар булыуын белдергән. Элементтар менән бер нисә эксперименттан һуң Марквальд үҙ хатаһын танырға мәжбүр була.

Полонийҙың 0,1 мг беренсе өлгөһө 1910 йылда алына.

Remove ads

Тәбиғәттә

Полоний радионуклидтары тәбиғи радиоактив рәт составына инә:

210Po (Т1/2 = 138,376 сут), 218Po (Т1/2 = 3,10 мин) и 214Po (Т1/2 = 1,643·10−4 с) — 238U рәтенә;
16Po (Т1/2 = 0,145 с) и 212Po (Т1/2 = 2,99·10−7 с) — Th рәбенә;
215Po (Т1/2 = 1,781·10−3 с) и 211Po(Т1/2 = 0,516 с) — в ряд 235U.

Шуға күрә полоний һәр саҡ торий һәм уран минералдарында була. Полонийҙың ер ҡабығындағы тотороҡло йөкмәткеһе — массаһы буйынса яҡынса 2·10−14 %[4].

Үҙенсәлектәре

Полоний — көмөшһыу-аҡ йомшаҡ радиоактив металл.

Металл полоний һауала тиҙ окислана . Полоний диоксиды (РоО2)x һәм полоний монооксиды РоО билдәле. Галогендар менән тетрагалогенидтар ойоштора. Кислоталар йоғонтоһонда Ро2+ катиондары барлыҡҡа килеп, алһыу төҫлө иретмә хасил була:

Remove ads

Полоний продукттарҙа

Полоний-210 аҙ ғына миҡдарҙа тәбиғәттә бар һәм тәмәкелә туплана[7][8][9], һөҙөмтәлә тәмәке тартыусыларҙың һаулығына зыян килтерә. Бүтән тәбиғи полоний изотоптары бик тиҙ тарҡала, шуға күрә тәмәкелә тупланып өлгөрә алмай. «Тәмәке етештереүселәр был элементты 40 йыл элек тапҡан, уны юҡҡа сығарырға ынтылыштар һөҙөмтә бирмәй», — тиелә 2008 йылда америка Стэнфорд университетының һәм Майо Рочестер клиникаһы тикшеренеүселәре яҙған мәҡәләлә.

Remove ads

Ағыулылығы

Полоний-210 артык ағыулы, радиотоксинлы һәм канцерогенлы, ярым тарҡалыу осоро 138 көн 9 сәғәт. Уның сағыштырма активлығы (166 ТБк/г) шул хәтле оло, хатта альфа-киҫәксә генә нурланһа ла, уға ҡул менән ҡағылырға ярамай, сөнки тире генә түгел, бәлки бөтә организм ағыуланыуы мөмкин: полоний тире аша шаҡтай еңел үтә. Ул аралыҡ булғанда ла ҡот осҡос хәүефле. Шуға күрә полоний-210 менән герметик бокста ғына эшләйҙәр.

Remove ads

Иҫкәрмә

Әҙәбиәт

Һылтанмалар

Loading related searches...

Wikiwand - on

Seamless Wikipedia browsing. On steroids.

Remove ads