Полоцк кенәзлеге

Бөйөк Литва кенәзлеге From Wikipedia, the free encyclopedia

Полоцк кенәзлеге
Remove ads

Полоцк кенәзлеге - (рус. По́лоцкое кня́жество), (бел. Полацкае княства) — Боронғо рус дәүләте - Киев Русенән айырылып сыҡҡан кенәзлек, ә һуңғараҡ бойондороҡһоҙлоҡ ала. XIV быуаттан Бөйөк Литва кенәзлеге составында була. Баш ҡалаһы — Полоцк (Полотеск), хәҙерге ваҡытта Белоруссияның Витебск өлкәһендәге район үҙәге.

Ҡыҫҡа факттар Нигеҙләү датаһы, Донъя ҡитғаһы ...

Remove ads

Тарихы

Кенәзлектең барлыҡҡа килеүе

Беҙҙең эраның беренсе мең йыллығы уртаһында рутендарҙың (русин) Двинала ҙур баш ҡалаһы булыуы тураһында телгә алына[1].

Саксон Грамматиктың «Даттарҙың ғәмәлдәре» («Деяния датчан») тигән әҫәрендә (XII—XIII бб. сиге) Полоцкиҙы хәйлә юлы менән Полоцк батшаһы Веспасийҙы үлтереп, V—VI быуаттарҙа конунг Фродо I яулап алыуы һүәртләнә, «сөнки ҡаланы көс менән алып булмай(viribus inuictam [sc. urbem])»[2]

Йылъяҙмаларҙа Полоцк тәүге тапҡыр 862 йылда телгә алына:

« В лѣто 862 приіа власть Рюрикъ и раздаіа мужемъ своимъ градъі: ѡвому Полотескъ, ѡвому Ростовъ, другому Бѣлоѡзеро.[3] »

IX быуат аҙағында кенәз Олегтың (Вещий Олег) Киевҡа күсеүе арҡаһында Новгород кенәздәре өҫтөнән Киев кенәздәре идара итә башлай. X быуат аҙағында (980 йыл) Новгород кенәзе Владимир I Святославич Полоцкиҙы талай, кенәз Рогволодты үлтерә һәм ихтыярһыҙлап, уның ҡыҙы Рогнеданы ҡатыны итеп ала һәм ҡаланы үҙ биләмәләренә ҡуша.

Лаврентий йылъяҙмаһында рус. Лаврентьевская летопись 987 йыл самаһында Рогнеда Рогволодовна ирен үлтерергә маташа, әммә был килеп сыҡмай, Владимир Святославич баярҙар кәңәше менән («Не убивай её ради дитяти сего, но воздвигни отчину отца её, и отдай ей с сыном твоим») тар-мар ителгән Полоцк кенәзлеген тергеҙергә була [4][5] , бының өсөн ул Заславль (Изяславль) ҡәлғәһен төҙөп, шунда Изяслав исемле сабыйы менән Рогнеданы күсерә. Изяслав Владимирович һуңынан Полоцк кенәздәре тоҡомон башлап ебәрә. Ул емертелгән Полоцк ҡалаһын, ҡалҡыуыраҡ ергә күсереп, тергеҙә.

Исланд сагалары бәйән итеүенсә, Полоцкиҙы 1000 йылдар тирәһендә исланд викингы-нәсрани Торвальд Кодранссон христианлыҡҡа йәлеп итә[2].

Кенәзлектең айырымланыуы

Кенәзлектең Киевтан айырымланыуы Изяслав ваҡытында уҡ башлана. Полоцкиҙың үҙенең Рогволодович-Изяславичтар династияһы , уларҙың биләмәһе итеп Полоцк беркетелгән була[6]. Полоцкая ерҙәре был ваҡытҡа ярайһы киңәйә, Днепр яҡын булыуы Ҡара диңгеҙгә сығырға мөмкинлек бирә. Төрлө кәсептәр, тимер етештереү сәскә ата. Шул уҡ ваҡытта Изяславтың улы Брячислав һәм һәм атаһының туған Ярослав (Мөбрый) араһында ер өсөн низағтар занимала достаточно большую территорию Северо-Западной Руси, располагаясь в бассейне р. Западная Двина, верховьях р. [[Березина (приток Днепра, ғүмер барына сығып тора. Брячислав ҡалаһын төҙөй, Витебск һәм Усвят ҡалаларын килешеү буйынса үҙ биләмәһенә ҡуша.

Всеслав идаралығы

Thumb
Древнерусское государство в XI веке

Полоцк кенәзлегенең иң сәскә атҡан ваҡыты Брячиславтың улы Всеслав заманына тура килә (1044—1101).

Ул үҙ кенәзлеге сиктәрен киңәйтә, Балтик буйы ҡәүемдәрен, төньяҡтан дреговичтарҙы үҙенә буйһондора[7].

Башта Ярославичтар менән татыу йәшәп, 1060 йылда Ҡара диңгеҙ буйы төркиҙәрен (торктар) яулашырға барһа ла, тора-бара Рустең төньяҡ-көнсығышын биләр өсөн Киев менән тарҡылаша башлай. Көс алышыу әле бер, әле икенсе яҡ еңеүе менән бара.Ул хатта туғандарына әсир төшөн, зинданға ла эләгә һәм һәм ҡыпсаҡтар һөжүм иткән саҡтағы болала Киев кешеләре уны ҡотҡара. Ул «Слова о полку Игореве» геройы булараҡ та тарихта ҡалған Ул 57 йыл буйы Полоцк кенәзлек итә һәм был кенәзлектең иң ҡеүәтле сағы булып тарихта ҡала (1044-1101)[8].

Всеслав Брячиславич яңы ҡалалар төҙөү, боронғоларын тәртипкә килтереү, шулай уҡ сик буйы ҡәлғәләрен нығытыу менән шөғөлләнә [9], кенәзлегендә православиеға өҫтөнлөк бирә[10].


Кенәзлектең таралыуы

Всеслав биләмәләрен («отчина») улдарына бүлеп бирә, улар артабан ерҙәрҙе бүлгеләргә тотона һәм берҙәм, ҡеүәтле кенәзлек ваҡ өлөштәргә бүленеп, ҡотолғоһоҙ рәүештә тарҡала. Башта алтыға бүленгән булһалар, һуңынан күберәк өлөштәргә тарҡалалар (Минск, Витебск, Друцк, Изяслав, Логойск, Стрежевск һәм Городцов кенәзлектәре). Иң өлкән улы Давыдта Полоцк ҡала.

Remove ads

XII-XV быуаттар

1132 йылда Изяслав улдарының береһе - Василько Святославич Полоцк кенәзлеген йыйнай, әммә элекке ҡеүәтен ҡайтара алмай.

XII быуатта Рогволод Борисович һәм Ростислав Глебовиче араһында тәхет өсөн аяуһыҙ көрәш тоҡана. 1150 - 1160 йылдарҙа Рогволодтың кенәзлекте берләштереү ниәте башҡа Изяславичтар арҡаһында һәм ситтән кенәз Юрий Долгорукий һәм башҡалар ҡыҫылыуы сәбәпле лә, килеп сыҡмай.

XIII быуатта немец рыцарҙары Полоцк яһаҡсыларын яулап ала.

1252 йылға Полоцк һәм башҡа ҡалалар Литва кенәзе тарафынан яуланыла.

XIII быуат аҙағында Тевтон ордены, Литва һәм Смоленск кенәздәре араһында Полоцк ерҙәре өсөн көрәш ҡыҙа һәм Литва еңеп сыға.

Скиргайло Ольгердович — Полоцк ерҙәренең формаль рәүештә һуңғы кенәзе. 1392 йылда Полоцк кенәзлеге Бөйөк Литва кенәзлегенең административ берәмегенә әйләнә.

1504 йылда кенәзлеге Полоцк воеводствоһы тип үҙгәртелә[11].

Remove ads

Полоцк биләмәләре

  • Борисовск кенәзлеге
  • Витебск кенәзлеге
  • Герсикск кенәзлеге
  • Городненск кенәзлеге
  • Городцовск кенәзлеге
  • Изяславск кенәзлеге
  • Друцк кенәзлеге
  • Друцко-Подберезск кенәзлеге
  • Кукейносск кенәзлеге
  • Лагожск (Логойск) кенәзлеге
  • Лукомск кенәзлеге
  • Минск кенәзлеге
  • Стрежевск кенәзлеге

Шулай уҡ ҡара

  • История Полоцка
  • Список князей полоцких
  • Изяславичи Полоцкие
  • Архитектура Полоцкого княжества
  • Полоцкая земля
  • Дреговичи
  • Полоцкое воеводство
  • Городенское княжество

Иҫкәрмәләр

Әҙәбиәт

Һылтанмалар

Loading related searches...

Wikiwand - on

Seamless Wikipedia browsing. On steroids.

Remove ads