Помыкалов Анатолий Сергеевич

From Wikipedia, the free encyclopedia

Remove ads

Помыкалов Анатолий Сергеевич (29 ноябрь 1959 йыл) — спортсы. Еңел атлетика буйынса СССР-ҙың халыҡ-ара класлы спорт мастеры (1989). Башҡортостан Республикаһының күренекле спортсыһы (2001).

Ҡыҫҡа факттар Зат, Тыуған көнө ...
Remove ads

Биографияһы

Анатолий Сергеевич Помыкалов 1959 йылдың 29 ноябрендә Өфө ҡалаһында тыуған.

Спорт менән Бөтә Союз һуҡырҙар йәмғиәтенең «Спартак» ирекле спорт йәмғиәтендә (тренеры П. З. Буйлов) шөғөлләнә.

СССР (1979), СССР йыйылма паралимпия командаһы (1981-1990), Бойондороҡһоҙ Дәүләттәр Берләшмәһе (1992), Рәсәй (1993-1995) йыйылма командаларына инә.

Ҡаҙаныштары

  • Күреү һәләте буйынса инвалидтар-спортсылар араһында 400 м-ға йүгереүҙә СССР рекордсыһы (1981 йыл);
  • Күреү һәләте буйынса инвалидтар араһында 800, 1500, 5000 метрға йүгереүҙә 12 тапҡыр СССР чемпионы (1981, 1983, 1985, 1988);
  • Европа чемпионатының көмөш призеры (1987, 1989);
  • Паралимпия уйындарында Сеулда (Көньяҡ Корея. 1988) көмөш призер (800 м-ға йүгереүҙә) һәм бронза призеры (400 м һәм 1500 м-ға йүгереүҙә);
  • Донъя (1994) һәм Европа (1989, 1995) чемпионаттарының көмөш һәм бронза призеры;
  • 4 тапҡыр Бөтә донъя инвалидтар уйындары еңеүсеһе (1992).
Remove ads

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

  • Башҡортостан Республикаһының күренекле спортсыһы (2001).

Һылтанмалар

Remove ads
Loading related searches...

Wikiwand - on

Seamless Wikipedia browsing. On steroids.

Remove ads