Поносова-Молло йорто
From Wikipedia, the free encyclopedia
Remove ads
Е. А. Поносова-Молло йорто — Өфө ҡалаһының архитектура ҡомартҡыһы, Киров районында Карл Маркс урамы, 6-сы йорт адресы буйынса урынлашҡан.
Remove ads
Тарихы
Был айырым торған йорт 1910 йылда төҙөлгән. Уны төҙөү буйынса заказсы сауҙәгәр һәм тау заводы хужаһы С. С. Манаев була, йортто ул Өфө сауҙәгәр ҡатыны Елена Александровна Поносова-Молло өсөн төҙөтә. Йорттоң проектын инженер-архитектор К. А. Гуськов эшләй, ә төҙөлөш урындағы оҫталар һәм эшселәр көстәре менән алып барыла. Был бина Өфөләге иң беренсе «модерн» стилендә төҙөлгән йорт була. Ул үҙ эсендә барокко һәм ренессанс элементтарын берләштерә.
Йорт ике ҡатлы бинанан тора, бина фасадтары Карл Маркс урамына сыға. Йортҡа инеү урыны фасад һәм үҙәк өлөшөнөң тап уртаһында тора. Бинаның тышҡы яҡҡа сығарылған тупһаһы бар, тупһа ике квадрат формаһындағы колонналы һәм өс мөйөшлө фронтанлы портиктан ғибәрәт. Фасад рустовка (юнылған таш), ҡатмарлы кәрниздәр, һырлы биҙәүестәр һәм тәҙрә ҡапҡастары менән матурланған. Айырым торған йорттоң комплексына шулай уҡ баҡса, фонтан һәм кәрәк-яраҡ өсөн бүлмәләр ингән.
1919 йылда был бинала Василий Чапаевтың 25-се уҡсылар дивизияһы штабы урынлашҡан, был ваҡиға хаҡында бина тышындағы мәрмәр таҡтаһы хәтерләтә. 1920-се йылдар уртаһынан 1936 йылға тиклем бинала Октябрь революцияһы музейы урынлаша. Артабан — Ғалимдар йорто, Рәсәй фәндәр академияһының Өфө ғилми үҙәге президиумы. Хәҙерге көндә бинала Археология һәм этнография музейы урынлашҡан.
Remove ads
Бинаны реставрациялау
1980 йылда архитектор Р. Сәлимовтың проекты буйынса бина реставрациялана.
«Рәсәй мәҙәниәте (2006—2010 йылдар)» Федераль маҡсатлы программаһы буйынса Поносова-Молло йортон реставрациялауға һәм уны Археология һәм этнография музейы булараҡ реконструкциялауға Башҡортостан Республикаһы бюджетынан 17 миллион һум аҡса бүленгән[1].
Иҫкәрмәләр
Һылтанмалар
Әҙәбиәт
Wikiwand - on
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Remove ads
