Прага
From Wikipedia, the free encyclopedia
Remove ads
Пра́га (чех Praha [ˈpraɦa]) — Чехияның баш ҡалаһы; Урта чех (урыҫса Среднечешский) крайының һәм уның ике районының (Прага-Көнсығыш (Прага-Восток) һәм Прага-Көнбайыш (Прага-Запад) административ үҙәге. Илдең үҙ аллы административ берәмеге.
Халҡы — 1,3 млн кеше (2013 йыл), ҙурлығы буйынса Евросоюзда ун дүртенсе ҡала. Влтава йылғаһы ярҙарында, уның Эльбаға ҡойған тамағынан 40 километр өҫтәрәк урынлашҡан.
Чехияның төп сәйәси, иҡтисади һәм мәҙәни үҙәге. Европаның эре сәйәхәт үҙәге: 2012 йылда ҡалаға килгән туристар 5,4 миллиондан артыҡ кеше булған[2].
X быуат — Чех дәүләтенең баш ҡалаһы; 1526—1918 йылдарҙа — Габсбургтар хаҡимлығы аҫтында булған Богемияның төп ҡалаһы; 1918—1992 йылдарҙа — Чехословакияның, 1993 йылдан — Чех Республикаһының баш ҡалаһы. Праганың тарихи үҙәге ЮНЕСКО-ның Бөтә донъя мираҫы исемлегенә индерелгән.
Remove ads
Тарихы

Хәҙерге Прага биләмәләрендәге славян ауылдары тураһындағы беренсе тарихи мәғлүмәттәр беҙҙең эраның VI быуатына ҡарай. X быуатта Прага Чех дәүләтенең баш ҡалаһына әйләнә, был йөҙ йыллыҡ аҙағына ҡалала баҙар майҙаны барлыҡҡа килә.
XIII быуаттың тәүге яртыһында был майҙан янындағы таш ҡаралтыларҙы уратып таш стеналар күтәрә башлайҙар. XIX быуат уртаһына Прага иҡтисад йәһәтенән яҡшы үҫешкән һәм күршеләре менән ҡыҙыу сауҙа алып барған ҡала булып таныла.
Урта быуаттарҙа Париж менән бер ҡатарҙан Европа баш ҡалаһы исеменә дәғәүә иткән Прага, 16-сы быуатта глобалләшеүҙең беренсе тулҡынынан ситтә ҡалып, ҡитғаның үҙәктән ситтәге (периферия) ҡалаһына әйләнә[3].

1866 йылғы Австрия-Пруссия һуғышында Австрияның еңелеүенән һәм Праганы Пруссия ғәскәрҙәре баҫып алғандан һуң Австрия командованиеһы ҡала оборона йәһәтенән мөһимлеген юғалтты тигән һығымтаға килә. Был ҡаланың күп нығытмаларын һүтеү хаҡындағы ҡарар ҡабул итеүгә нигеҙ. Һөҙөмтәлә Праганың ҡала яны райондары йылдам үҫеш ала, уларҙа иҫке кварталдарҙан айырмалы, тиҫтәләгән һәм йөҙләгән яңы завод һәм фабрикалар ҡалҡып сыға, улар үҙҙәренә эшсе көстө ауылдарҙан тарта.
XIX быуатта Прага агломерацияһы бөтә империяның иң мөһим сәнәғәт үҙәгенә әйләнә. Был йәһәттән бигерәк тә яҡында урынлашҡан күмер бассейнын һәм Кладно ҡалаһының металлургия тармағын йәтеш ҡулланған машиналар эшләү һәм металл эшкәртеү предприятиелары айырым роль уйнай.
Климаты
Remove ads
Иҫкәрмәләр
Әҙәбиәт
Һылтанмалар
Wikiwand - on
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Remove ads