Превеза

From Wikipedia, the free encyclopedia

Превезаmap
Remove ads

Превеза(грек. Πρέβεζα) — Греция ҡалаһы, Амвракикос ҡултығының яр буйында урынлашҡан. Перевеза периферия берәмегенең һәм Эпирҙағы Превеза общинаһының административ үҙәге. Халҡы 2011 йылда халыҡ иҫәбен алыу буйынса 19 042 кеше тәшкил итә.

Ҡыҫҡа факттар Рәсми тел, Донъя ҡитғаһы ...

Remove ads

Этимология

Филолог-профессор Макс Васмар 1914 йылда (Wasmar Max, Griechenland Slaven Die in) топонимдың килеп сығышы славяндарҙың «перевоз» һүҙе менән бәйле тип аңлата[2]. Ҡала борон, ысынлап та Ион диңгеҙенән йөк оҙатыу пункты булған. Петрос Фуркис (Πέτρος Α. Φουρίκης) шулай уҡ ҡала исеменең албан морфемаһы prevëzë-za барлығын иҫбатлай.[3][4]. Топонимдың альтернатив трактовкаланғаны (Панайотис Аравандинос, Παναγιώτης Αραβαντινός) итальян телендәге prevesione , йәғни аҙыҡ-түлек , провизия[5] һүҙенән килеп сыҡҡан тип аңлатылыуы.

Remove ads

Тарих

Беҙҙең эраға тиклем 290 йылда. молостарҙың батшаһы Пип Береники (грек)баш. (Βερενίκη) ҡалаһына нигеҙ һалған (уның ҡатыны Антигонаның әсәһе Береника хөрмәтенә атаған), ул хәҙерге Михалицион (Μιχαλίτσιον) тораҡ пункты янында, Превеза ҡалаһынан 10 километр төньяҡта тора. Беҙҙең эраға тиклем Эмилий Павел етәкселегендә 168 йылда. римлеләр ҡаланы баҫып ала һәм емерә .

XI быуатта балыҡсыларҙың Превеза тораҡ пункты барлыҡҡа килә. 1292 йылда Превеза беренсе тапҡыр телгә алына.

1204 йылда дүртенсе тәре походында Эпир батшалығы барлыҡҡа килә. 1358—1416 йыл Превеза ундағы Арт деспотатына инә.

Thumb
Замок Бука (грек)баш.. Рәссам Коронелли, 1687

Мәхмәт II (1451—1481) идаралығы ваҡытында Превезаны төрөктәр 1477 йылда яулап ала.1495 йылда улар замок Бука (грек)баш.[6] нығыта.

Бынан һуң да ҡала йә төрөктәр, йә венециандар ҡулында була.

Thumb
Көньяҡ-көнсығыш бастион замка Святого Андрея (грек)баш.

1701 йылда Бук замогы шартлатыла. 1702 йылдың август айында уның урынында Изге Андрей замогы төҙөлә.[7].

Thumb
Венеция сәғәт башняһы(1752)

1752 йылда Венеция сәғәт башняһы төҙөлә.

Thumb
1798 йылдың октябрендә лейтенант Ричмонд никополь эргәһендәге яу ваҡытында албандар менән һуғыша. Мирбах Фелициан, 1894

Кампо-Формио солохо буйынса Превеза Беренсе француз республикаһына бирелә. Ҡалаға 280 гренадерҙан торған гарнизонкилә. 1798 йылдың 12 октябрендә төрөктәр француз ғәскәрҙәрен никополь эргәһендәге яуҙа ҡырып һала.

Люневиль солохо буйынса Превеза 1801 йылда Төркиәгә күсә[8]. Али-паша һарайҙы үҙгәртеп ҡора һәм нығыта[9].

1863—1912 йылдарҙа ҡалала Превеза санжагы тора.

Беренсе Балҡан һуғышы барышында Превезаны 21 октябрь (3 ноябрендә) 1912 йылда грек армияһы азат итә

Thumb
Превезала Греция Милли банкы бинаһы (1931) . Превеза

Превеза аэродромда грек хәрби авиацияһы урынлаша, уның ғәмәлендә лётчик Сахов Николай[10] данлыҡлы була[11]. Грецияға Превеза рәсми рәүештә Ллондон тыныслыҡ килешеүе буйынса 1913 йылда күсә.

Remove ads

Белем

Эпирҙың технологиялар институтының филиалы бар (Τεχνολογικό Εκπαιδευτικό Ίδρυμα Ηπείρου) үҙәге — Арт.

Превеза общинаһы йәмәғәтселеге

Бsk ойошмаға 5 тораҡ пункттары инә. Халҡы 20 795 кеше (2011 йылда халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса). Превеза общинаһының майҙаны 31,526 квадрат километр тәшкил итә[12].

Ентеклерәк мәғлүмәт Атамаһы, Халҡы (2011), кеше ...

Халыҡ

Ентеклерәк мәғлүмәт Йыл, Халыҡ, кеше ...

Билдәле шәхестәр

  • Теодорос Гривас (1797—1862) — 1821-30 йылдарҙағы азатлыҡ һуғышында ҡатнашыусы, генерал, һуңынан король Оттонға ҡаршы ихтилалды етәкләй.
  • Джемиль Дино(1894—1972) — албан дипломаты һәм сәйәсмәне.
  • Афанасия Цумелека (1982) 2004 йыл олимпия чемпионы (спорт йөрөшө буйынса- 20 км).

Иҫкәрмәләр

Loading related searches...

Wikiwand - on

Seamless Wikipedia browsing. On steroids.

Remove ads