Путин Владимир Владимирович

From Wikipedia, the free encyclopedia

Путин Владимир Владимирович
Remove ads

Путин Владимир Владимирович (7 октябрь 1952 йыл[5][6]) — СССР һәм Рәсәйҙең дәүләт эшмәкәре,сәйәсмән. 2012 йылдың 7 майынан Рәсәй Федерацияһының ғәмәлдәге Президенты. 2000 йылдан 2008 йылғаса — Рәсәй Федерацияһының икенсе Президенты. 1999—2000 һәм 2008—2012 йылдарҙа — Рәсәй Хөкүмәте Рәйесе. 1998—1999 йылдарҙа Рәсәй Федераль именлек хеҙмәте директоры, 1999 йылда Рәсәй Федерацияһының Именлек советы секретары.

Ҡыҫҡа факттар Флаг Рәсәй Федерацияһы Президенты, 7 май 2012 йыл ...

Жданов исемендәге Ленинград дәүләт университетының юридик факультетын тамамлаған. 1977 йылдан СССР Дәүләт именлеге комитетының Ленинград өлкәһе буйынса идаралығы тикшереү бүлегендә контрразведка йүнәлешендә эшләй[7]. 1985—1990 йылдарҙа СССР Дәүләт именлеге комитетының Беренсе Баш идаралығының (тышҡы разведка) Германия Демократик Республикаһындағы резидентураһында хеҙмәт итә, Дрезден ҡалаһындағы СССР—ГДР Дуҫлыҡ йорто директоры вазифаһын башҡара. 1991 йылдың 20 авгусында подполковник хәрби дәрәжәһендә СССР Дәүләт именлеге комитетындағы хеҙмәттән китә.

Remove ads

Бала сағы һәм йәшлеге

Владимир Владимирович Путин 1952 йылдың 7 октябрендә Ленинград ҡалаһында тыуған.

Атаһы Путин Владимир Спиридонович Путин (23.02.1911 — 02.08.1999) — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, Ҡыҙыл Армияның 86-се дивизияһы 300-се уҡсы полкы һалдаты. Һуғыш алдынан диңгеҙ флотында хеҙмәт итә. Һуғыштан һуң Егоров исемендәге заводта мастер булып эшләй. Әсәһе Мария Ивановна Шеломова (1911—1998) Ленинград блокадаһын үткәрә, шулай уҡ заводта эшләй. Ҡартатай Спиридон Иванович танылған ашнаҡсы була, ваҡытында юғары партия эшмәкәрҙәренә, шул иҫәптән Ленин менән Сталинға ла аш-һыу әҙерләй.


Владимир ғаиләлә өсөнсө бала булып тыуа (ике оло ағаһы бала саҡта үлә). Виктор 1940 йылда тыуып 1942 йылда дифтериттан үлә. Пискарёвский зыяратында күмелғән. 30-сы йылдарҙа тыуған оло ағаһы Алик (Альберт) һуғыш алдынан үлгән.


Путиндын ғаиләһе Басков тыҡрығында, 12-се йорттағы коммуналь фатирҙа йәшәй. Ул үҙе бында СССР Дәүләт именлеге комитетына хеҙмәткә алынғанға тиклем йәшәй.


Владимир 1960—1965 йылдарҙа 193-сө мәктәптә уҡый. Артабан Ленинград технологик институты ҡарамағындағы 281-се махсус химия мәктәбенә күсә һәм уны 1970 йылда тамамлай.

1970—1975 йылдарҙа А. А. Жданов исемендәге Ленинград дәүләт университеты юридик факультетының халыҡ-ара бүлегендә уҡый. Студент сағында КПСС сафына инә һәм әлегә тиклем партиянан рәсми сыҡмаған.

Уҡыу йылдарында университетта доцент булып эшләгән Анатолий Собчак менән таныша. Путиндың диплом эшенең темаһы  — «Иң уңайлы шарттар булдырған милләт принципы» (етәксе Галенская Людмила Никифоровна, халыҡ хоҡуғы кафедраһы).

Remove ads

Әҙ һанлы милләттәр хәле

2004 йылда РФ кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил Влалимир Лукин һүҙҙәре буйынса, Путин етәкселегендә шовинизм һәм расизм үҫеүе теркәлә. [8] 2007 йылда Путин 309-сы Законға ҡул ҡуйҙы. Ошо Закон урта мәктәптәрҙә белем биреүҙең төбәк компонентын бөтөрҙө[9] (ошо компонент составында милли республикаларҙа икенсе дәүләт телдәре уҡытыла ине).

Иҫкәрмәләр

Әҙәбиәт

Һылтанмалар

Loading related searches...

Wikiwand - on

Seamless Wikipedia browsing. On steroids.

Remove ads