Рельеф формаһы

From Wikipedia, the free encyclopedia

Рельеф формаһы
Remove ads

Рельеф формалары — ер өҫтө, океан һәм диңгеҙҙәр төбө тигеҙһеҙлектәре; Төрлө ҡалҡыу, түбән урындары булған ер өҫтө, диңгеҙ, океан төбө[1].

Thumb
Рельеф формаһы. Сальта (Аргентина)
Thumb
A Боҙлоҡ дәүеренән ҡалған тотороҡһоҙ рельеф. Пуотервилль платоһы, Вашингтон.

Төп формалары

Тау — тигеҙ ерҙәр араһында айырылып торған бейеклек йәки ҡалҡыу урын, тау һыртындағы түбә.

Тау һырты — ике яҡлап битләүҙәре булған, оҙонға һуҙылған бейеклек.

Уба — һөҙәк битләүле һәм түбәһе йомро ҡалҡыулыҡ.

Үҙән — ер өҫтө үр яҡтан түбәнгә ауышайған буйға һуҙылған соҡор.

Һөҙәк соҡор (котловина) — рельефтың йомро һәм саҡ ҡына һуҙылған соҡоррло формаһы.

Йырын — оҙонға һуҙылған, йыш ҡына тармаҡланған кире рельеф формаһы. Йырындың битләүҙәре текә, арҡыры киҫелеше V формаһында була.

Remove ads

Классификация

ыРельеф формаһын түбендеге классификацияға бүлергә мөмкин:

  • ҙурлығы буйынса (рельефтың планетар формаһы, рельефтың мегаформаһы, рельефтың макроформаһы, рельефтың мезоформыһы, рельефтың микроформыһы, рельефтың наноформыһы)[2];
  • килеп сығышы буйынса (тектоник, вулкан, эрозия, боҙлоҡ, карст, һ. б.);
  • йәше буйынса;[3]
  • формаһы буйынса (ыңғай формалы рельеф, кире формалы рельефа)[2].

Иҫкәрмәләр

Әҙәбиәт

Loading related searches...

Wikiwand - on

Seamless Wikipedia browsing. On steroids.

Remove ads