Речь Посполитая

From Wikipedia, the free encyclopedia

Речь Посполитая
Remove ads

Речь Посполитая (пол. Rzeczpospolita), хәҙерге заманда киң таралған рәсми булмаған исеме Ике Халыҡтың Речь Посполитая (пол. Rzeczpospolita Obojga Narodów) — 1569 йылда Люблин унияһы нигеҙендә Польша һәм Бөйөк Литва кенәзлегенең берләшеүе нәтижәһендә барлыҡҡа килгән һәм 1795 йылда Рәсәй, Пруссия һәм Австрия империялары араһындагы ерҙәрне бүлеп алып юҡҡа сыҡҡан федератив дәүләт.[4][5] Хәҙерге Польша, Украина, Белоруссия һәм Литва территорияларындә, шулай уҡ өлөшләтә хәҙерге Рәсәй, Латвия, Молдавия, Эстония һәм Словакия территорияһында урынлашҡан булған.

Ҡыҫҡа факттар Баш ҡала, Телдәр ...

Польша һәм Бөйөк Литва Корольлығының берҙәм дәүләт аппараты булған осраҡта ла, Литваның үҙ административ аппараты, ҡаҙнаһы, ғәскәре һәм закондары булған. Дәүләт башлығы итеп ғүмерлеккә һайлап ҡуйылған монарх сеймы торған, ул Польша короле титулын һәм Бөйөк Литва кенәзе титулын йөрөткән. Речь Посполитаяла урынлашҡан специфик сәйәси режим шляхта демократияһы тип аталған[6].

Remove ads

Атамаһы

Дәүләттең традицион атамаһы — «речь посполитая» — латин теленән поляк теленә һүҙмәүһүҙ тәржемә иткәндә термин Res Publica (пол. rzecz — әйбер, эш; pospolita — дөйөм)[7]. Был терминды рус теленә һүҙмә-һүҙ тәржемәһе «дөйөм эш» йәки «уртаҡ әйбер» («общее дело» или «общая вещь»)[8]. Дәүләттең рәсми исеме — Польша короллеге һәм Бөйөк литва кенәзлеге (пол. Królestwo Polskie i Wielkie Księstwo Litewskie). Ғәҙәттә, урындағы ябай халыҡ дәүләте Речь Посполитая (пол. Rzeczpospolita; зап.-урыҫсалап. Реча Посполит) тип атаған. Польша халҡы Корольлекты ҡыҫҡаса Таж (Корона) тип, ә Бөйөк Литва кенәзлеген кыҫҡаса Бөйөк кенәзлек тип атағандар.

XVII быуатта дипломатик хат алышыуҙа Светлейшая Речь Посполитая Польская (пол. Najjaśniejsza Rzeczpospolita Polska; лат. Serenissima Res Publica PoloniaeСветлейшая Речь Посполитая Польская (пол. Najjaśniejsza Rzeczpospolita Polska; лат. Serenissima Res Publica Poloniae исеме ҡулланылған[9].

Хәҙер киң ҡулланылған Речь Посполитая Обоих народов (пол. Rzeczpospolita Obojga Narodów) исеме түгел аутентичный (рәсми) түгел һәм, моғайын, поляк яҙыусыһы Павел Ясеница ның 1967 йылда донъяға таралған трилогияһының сығыуы тарихина бәйлелер.

Хәҙерге Польша тарихында 1795—1569 йылдар «I Речь Посполитая», 1918—1939 йылдар — «II Речь посполитая», 1989 йылдан— «III Речь Посполитая» атала. Был осраҡта башҡа постолиталарҙан айырыу өсөн, Польша Халыҡ Республикаһы (1944—1989) иҫәпкә алынмай һәм Rzeczpospolita Ludowa (халыҡ республикаһы) тип атала.[10].

Remove ads

Иҫкәрмәләр

Әҙәбиәт

Һылтанмалар

Loading related searches...

Wikiwand - on

Seamless Wikipedia browsing. On steroids.

Remove ads