Римский-Корсаков Николай Андреевич

From Wikipedia, the free encyclopedia

Римский-Корсаков Николай Андреевич
Remove ads

Николай Андреевич Римский-Корсаков (6 (18 март) 1844 йыл — 8 (21) июнь 1908 йыл) — урыҫ композиторы, педагог, дирижер, йәмәғәт эшмәкәре, музыка тәнҡитсеһе; «Могучая кучка» ҡатнашыусыһы. Уның әҫәрҙәре араһында — 15 опера, өс симфония, симфоник әҫәрҙәр, инструменталь концерттар, кантаталар, камера-инструменталь, вокаль һәм тынлы музыка бар.

Ҡыҫҡа факттар Зат, Гражданлыҡ ...
Remove ads

Биографияһы

Николай Андреевич Римский-Корсаков 1844 йылда Новгород губернаһының Тихвин ҡалаһында үҙҙәренең флотта хеҙмәт итеү традицияһы менән билдәле дворян Римский-Корсаковтар ғаиләһендә тыуа. Ғаилә йорто Тихвинка йылғаһы ярында, Богородица Успение монастыры ҡаршыһында була. Композиторҙың атаһы, Андрей Петрович Римский-Корсаков (1784—1862), күпмелер ваҡыт Новгород вице-губернаторы булып хеҙмәт итә, ә һуңынан — Волынск граждан губернаторы; әсәһе, Софья Васильевна, крепостной крәҫтиән һәм бай алпауыт Василий Федорович Скарятиндың (Я. Ф. Скарятиндың бер туғаны) ҡыҙы була. Композитор әсәһе тураһында түбәндәгесә хәтерләй: «Ул ваҡыттағы төшөнсәләр буйынса яҡшы тәрбиә ала. Француз телен яҡшы белә, роялдә уйнай, Александр заманында бай ғаиләләге ҡатын-ҡыҙ белергә тейешле бөтөн нәмәне белә»[15]. Буласаҡ композиторға өлкән ағаһы Воин Андреевич, диңгеҙ офицеры һәм буласаҡ контр-адмирал, көслө йоғонто яһай.

6 йәшендә Римский-Корсаков өйҙә уҡый башлай, шул иҫәптән фортепианола уйнарға өйрәнә, әммә китаптарға ҡарағанда музыка әҙерәк тәьҫир итә: һуңғыһынан уға күберәк сиркәү музыкаһы, шулай уҡ рус халыҡ йырҙары оҡшай. 11 йәшендә беренсе музыкаль әҫәрҙәрен яҙа башлай[16].

1856 йылда сәйәхәт тураһында хыялланған Николайҙы атаһы Диңгеҙ кадет корпусына бирә. 1858 йылда буласаҡ композитор музыка менән ысынелап мауыға башлай: ул Россини, Доницетти, фон Вебер опералары менән таныша, әммә бигерәк тә уны Джакомо Мейерберҙың «Роберт-Дьявол» һәм Михаил Иванович Глинканың — «Жизнь за царя», «Руслан һәм Людмила» әҫәрҙәре һоҡландыра. Һуңынан Бетховен («Пасторальная симфония»), Моцарт һәм Мендельсон музыкаһына ҡыҙыҡһыныуы арта. «Мин 16 йәшлек музыка яратҡан һәм уйнаған бала», — тип хәтерләй ул һуңынан. Етди музыкаль белем алырға кәрәклеген тойоп, Николай 1859 йылдың көҙөнән пианист Николай А. ф. Канилленан дәрестәр ала башлай[17].

Remove ads

Шулай уҡ ҡарағыҙ

Иҫкәрмәләр

Әҙәбиәт

Һылтанмалар

Loading related searches...

Wikiwand - on

Seamless Wikipedia browsing. On steroids.

Remove ads