Рино

From Wikipedia, the free encyclopedia

Риноmap
Remove ads

Рино (ингл.  Reno) — Невада штатының көнбайышындағы ҡала, АҠШ. Уошоу округының административ үҙәге. Ҡала халҡы 233 294 кеше тәшкил итә[11], Рино халҡының һаны буйынса Неваданың 4-се ҡалаһы (Лас-Вегас, Хендерсон һәм Норт-Лас-Вегастан ҡала) булып тора. Ҡала Сьерра-Невада тауҙары янында үҙәндә, Тахо күленән 80 км алыҫлыҡта урынлашҡан.

Ҡыҫҡа факттар Нигеҙләү датаһы, Рәсми атамаһы ...

Йыш ҡына Риноны «донъялағы иң ҙур бәләкәй ҡала» (ингл  In The Little World the Biggest City) тип атайҙар. Ҡала күп һандағы казинолары менән билдәле, бында Caesars Entertainment Corporation иң ҙур уйын компанияһына нигеҙ һалынған.

Ҡала Америка граждандар һуғышы геройы Джессе Ли Рено хөрмәтенә аталған.

Remove ads

Халҡы

2000 йылдағы халыҡ иҫәбен алыу һөҙөмтәләренә ярашлы, Ринола 180 480 кеше йәшәгән, шуларҙан 73 904 кешенең үҙ йорто булған. Халҡының күпселек өлөшөн аҡ тәнлеләр тәшкил итә — 77,5 процент, унан ҡала 19,2 % халҡы — латиноамерикадар, азиаттар — 5,3 %, ҡара тәнлеләр — 2,6 %, индеецтар — 1,3 %, гаваецтар һәм Океаниянан сыҡҡан башҡа кешеләр — 0,6 %.

2008 йылда Рино халҡы 217 016 кешегә тиклем, ә 2013 йылға — 233 294 кешегә тиклем арта[11]

Remove ads

Геологик урынлашыуы

Рино Тымыҡ океан һәм Төньяҡ Америка плиталары тоташҡан ерҙә тектоник ярылған урында урынлашҡан. 2008 йылда көн һайын көнөнә өс тапҡырға тиклем ике айҙан ашыу дауам иткән, даими арта барыусы магнитудалы (Рихтер шкалаһы буйынса максималь 5,0), ғүмерҙә булмаған ер тетрәүҙәр осрағы теркәлгән. Рино Сьерра-Невада тауҙарының ямғыр күләгәһендә урынлашҡан. Рино климаты ярымсүллек.

Иҡтисады

Уйын бизнесы ҡаланың төп керем сығанағы булып тора[12]. Ринола казинолар 1931 йылдан алып эшләй. Лас-Вегастың сәскә атҡан мәленә тиклем Рино хатта АҠШ-тың уйын баш ҡалаһы тип һанала. Һуңғы 20 йыл эсендә, «инддеецтар казиноһы» сәскә атыуы һәм юғарыла телгә алынған Лас-Вегастың алға китеше арҡаһында, ҡала был өлкәлә үҙенең позицияларын юғалта.

Рино һәм уның тирә-яғы популяр курорт урыны булып тора. Ҡала үҙенең тау саңғыһы курорттары менән билдәле[12].

Төҙөлөш материалдары, электрон ҡорамалдары етештереү, химия сәнәғәте үҫешкән.

Ринола International Game Technology, PC-Doctor, Port of Subs кеүек бер нисә эре компанияһының баш офистары урынлашҡан.

Туғанлашҡан ҡалалары

Ҡалып:Wikidata/SisterCities

Галерея

Иҫкәрмәләр

Һылтанмалар

Loading related searches...

Wikiwand - on

Seamless Wikipedia browsing. On steroids.

Remove ads