Рокоссовский Константин Константинович

From Wikipedia, the free encyclopedia

Рокоссовский Константин Константинович
Remove ads

Рокоссовский Константин Константинович (пол. Konstanty Rokossowski; 9 (21) декабрь 1896 йыл, Варшава, Рәсәй империяһы — 3 август 1968 йыл, Мәскәү) — СССР һәм Польшаның хәрби эшмәкәре, ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы (1944, 1945). «Еңеү» ордены (1945) кавалеры. СССР тарихында берҙән-бер ике ил: Советтар Союзы (1944) һәм Польша маршалы (1949). 1945 йылдың 24 июнендә Мәскәүҙә Ҡыҙыл майҙанда Еңеү Парады менән командалыҡ итә. Икенсе донъя һуғышының мәшһүр полководецтарының береһе[11].

Ҡыҫҡа факттар Зат, Гражданлыҡ ...
Remove ads

Сығышы

Константин Константинович (Ксавериевич) Рокоссовский Варшавала тыуа. Поляк[12].

Б. В. Соколов мәғлүмәттәре буйынса[13], К. К. Рокоссовский 1894 йылда тыуған, әммә тора Ҡыҙыл Армияла булғанда (1919 йылдан да һуң түгел) тыуыу датаһын 1896 йыл тип күрһәтә һәм атаһының исемен «Константин» тип үҙгәртә.

Ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы исеме бирелгәндән һуң тыуған ере тип үҙенә бюст ҡуйылған Великие Лукиҙы күрһәтә башлай[14]. 1945 йылдың 27 декабрендә яҙған ҡыҫҡаса автобиографияһына ярашлы[15], Великие Луки ҡалаһында тыуған (1920 йылдың 22 апрелендәге анкетаһы буйынса — Варшавала[16]). Атаһы — поляк Ксаверий Юзеф Рокоссовский (1853—1902), Шляхтаның Рокоссовскийҙар ырыуынан сыҡҡан эшсе, Варшава тимер юлы ревизоры. 1940 йылдың апрелендә яҙған автобиография ярашлы, атаһы — Рига-Орел, ә һуңынан — Варшава-Вена тимер юлының эшсн-машинисы. 1905 йылда вафат була. Рокоссовскийҙың ата-бабаларының ҙур Рокоссово (хәҙер Понец гминаһы) ауылы була. Ауыл атамаһынан ырыу фамилияһы барлыҡҡа кил[17]. Рокоссовскийҙыр 1863 йылдағы поляк ихтилалы шляхетлыҡтарын юғалта[18]. Олатаһы — Рокоссовский Юзеф, 1812 йылда рус кампанияһында ҡатнашыусы, Варшава герцоглығының 2-се улан полкы подпоручигы[19][20]. Әсәһе — Антонина (Атонида) Овсянников (?-1911), белорус, уҡытыусы, Телеханда тыуған (хәҙерге Белоруссия).

Атаһы уны Антон Лагунаның түләүле техник училищеһына уҡырға ебәрә, әммә 1902 йылдың 4 (17) октябрендә вафат була (Рокоссовскийҙың анкетаһына ярашлы, уға был ваҡытта 6 йәш була). Константин кондитер, аҙаҡ теш табибыярҙамсыһы булып эшләй, ә 1909—1914 йылдарҙа — Варшавала Софья апаһының ире Стефан Выцоскийҙың таш ҡырҡыу оҫтаханаһында, ә һуңынан Варшаванан 35 километр көньяҡ-көнбайыштағы Груецта эшләй.

Remove ads

Иҫкәрмәләр

Һылтанмалар

Loading related searches...

Wikiwand - on

Seamless Wikipedia browsing. On steroids.

Remove ads