Романовка торамалары
Археологик ҡомартҡы From Wikipedia, the free encyclopedia
Remove ads
Романовка торамалары (рус. Романовские поселения) — Башҡортостан Республикаһының баш ҡалаһы Өфө эсендә урынлашҡан мезолит, бронза быуаты һәм иртә Урта быуаттар археологик ҡомартҡыһы[1][2].
Тасуирламаһы
Романовка торамалары Башҡортостан Республикаһының Өфө ҡалаһы эсендә Ағиҙел йылғаһының Козарез утрауын барлыҡҡа килтергән иҫке үҙәненең һул ярында урынлашҡан.
Табылдыҡтар
Был ҡомартҡы күп ҡатламлы торамаларға ҡарай. Майҙанының якынса 360 м² археологик тикшеренеүҙәр маҡсатында ҡаҙып тикшерелгән.
Нығытылмаған 6 торама асыҡланған. Ҡомартҡының төп өлөшө б.э. V—VII быуаттарына, йәғни иртә Урта быуаттарға ҡарай.
Ҡаҙыныу эштәре ваҡытында табылған әйберҙәр Романовка тибындағы яҫы төплө көршәк рәүешендәге, ҡайһыларының ауыҙ ситтәре ваҡ һәм эре һырҙар менән биҙәлгән һауыттарҙан тора. Һөйәк әйберҙәр, балсыҡ орсоҡбаштар, тимер бысаҡ килеп сыҡҡан.
II Романовка торамаһы һәм III Романовка торамаһы мезолит осорона ҡарай. Аҫҡы ҡатламында саҡматаштан эшләнгән бысаҡ һымаҡ пластинала уҡ башаҡтары, ярғыстар, ҡырҡҡыстар табылған. Улар микролит әйберҙәр булып тора.
II Романовка торамаһында хужалыҡ соҡорҙары, Абаш мәҙәниәте керамикаһы ярсыҡтары табылған.
Был урындарҙа боронғо кешеләр ваҡытлыса йәйҙәрен йәшәгән тип фараз ителә.
Һаҡланыуы
Романовка торамалары материалдары Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө федераль тикшеренеүҙәр үҙәгенең Этнологик тикшеренеүҙәр үҙәге, Башҡорт дәүләт университеты, Һамар университеты фондтарында һаҡлана[1].
- бөгөнгө торошо
Ҡала эсендә урынлашыуы археологик ҡомартҡылар яҙмышын хәүеф аҫтына ҡуя.[3]
Асыш тарихы
Торамалар 1959 йылда СССР һәм Рәсәй ғалим-археологы, СССР Фәндәр академияһы Археология институты өлкән ғилми хеҙмәткәре тарих фәндәре докторы Г. Н. Матюшин тарафынан асыла һәм өйрәнелә.
1961 йылда ғалим-тикшеренеүсе, тарих фәндәре докторы К. В. Сальников тарафынан өйрәнелә, 1965, 1989 йылдарҙа СССР һәм Рәсәй археологы, педагог, профессор Г. И. Матвеева тикшерә[1].
Remove ads
Иҫкәрмәләр
Һылтанмалар
Әҙәбиәт
Wikiwand - on
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Remove ads