Рубцова Ольга Николаевна

From Wikipedia, the free encyclopedia

Рубцова Ольга Николаевна
Remove ads

Рубцова Ольга Николаевна (20 август 1909 йыл — 13 декабрь 1994 йыл) — СССР шахматсыһы: тарихта дүртенсе донъя чемпионы (1956-58), халыҡ-ара гроссмейстер (1976), ир-егеттәр (1973) һәм ҡатын-ҡыҙҙар (1975) араһында халыҡ-ара ИКЧФ мастеры, халыҡ-ара арбитр (1964); СССР-ҙың атҡаҙанған спорт мастеры (1952); инженер-ҡойоусы. СССР командаһы составында I Бөтә Донъя шахмат Олимпиадаһы еңеүсеһе (1957). Дүрт тапҡыр СССР чемпионы. Өс тапҡыр Мәскәү чемпионы.

Ҡыҫҡа факттар Зат, Гражданлыҡ ...
Remove ads

Биографияһы

Шахмат уйнарға бала саҡтан, ғалим-металлург һәм билдәле Мәскәү шахматсыһынан, турнирҙарҙа А. Алехин менән осрашҡан атаһы Н. Н. Рубцовтан өйрәнә. 17 йәшендә «Комсомольская правда» гәзите ойошторған күмәк йәштәр турнирында ҡыҙҙар араһында еңеү яулай (1926). 1927 йылда ҡатын-ҡыҙҙар араһында 1-се СССР чемпионатында еңеүсе.

40 йыл буйы (1927-67) 20 СССР чемпионатында ҡатнаша: 1931, 1937 һәм 1949 — 1-се урын; 1936, 1948, 1952 һәм 1954 — 3-сө урын; 1945 — 3-4-се урын. Бынан тыш, 1935 йылда ил чемпионы исеме өсөн матчта Ольга Семенова-Тян-Шанскаяны еңә — 7:2 (+6 −1 =2). 1965 йылда Бельцы ҡалаһында СССР чемпионатында ҡыҙы Елена менән бергә сығыш яһай (шәхси осрашыуҙа ҡыҙы әсәһен еңә). 3-тапҡыр Мәскәү чемпионы (1947, 1950; 1953/54 — 1-2-се урын Н. Войцик менән).

Донъя чемпионаты (1949/50, 2-се урын) һәм өс дәғәүәселәр турниры (1952, 1955 һәм 1959; иң яҡшы һөҙөмтә: Мәскәү, 1955, — 1-се урын) ҡатнашыусыһы.

1956 йылда матч-турнирҙа Елизавета Быкованы һәм Людмила Руденконы уҙып китә һәм донъя чемпионы исемен яулай.

1957 йылда Рубцова 1-се ҡатын-ҡыҙҙар олимпиадаһында СССР командаһын етәкләй һәм 14-тән 9,5 мәрәй йыя. 1958 йылда матч-реваншта Елизавета Быкованан донъя чемпионы исемен оттора.

1960-сы йылдар аҙағынан яҙышыу буйынса ярыштарҙа уңышлы сығыш яһай; 1968-72 йылдарҙа 1-се донъя чемпионы була (күҙмә-күҙ һәм ситтән тороп шахмат уйындарында чемпион титулына эйә булған берҙән-бер шахматсы). 2-се чемпионатта (1972—1977) — 1-2-се урындар (Л. Яковлеваға иң насар коэффициент буйынса чемпион исемен бирә). СССР командаһы составында яҙышыу буйынса ҡатын-ҡыҙҙар донъя беренселеге еңеүсеһе (1969-79).

Введенский зыяратында ерләнгән (19 уч.).

Remove ads

Бүләктәре

Шахмат өлкәһендәге ҡаҙаныштары өсөн Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены менән бүләкләнә (1957).

Ғаиләһе

- Ире һәм тренеры — Абрам Борисович Поляк. -- Ҡыҙы — шахматсы Елена Абрамовна Фаталибекова .

Китаптары

Рубцова (Эммен, 1957)
  • Творчество советских шахматисток. (сост. Рубцова, Чудова) — М.: ФиС, 1963. — 200 с.: ил.

Иҫкәрмәләр

Әҙәбиәт

Һылтанмалар

Loading related searches...

Wikiwand - on

Seamless Wikipedia browsing. On steroids.

Remove ads