Рюриковичтар

From Wikipedia, the free encyclopedia

Рюриковичтар
Remove ads

Рюриковичтар — кенәз, бөйөк кенәз, һуңыраҡ шулай уҡ батша (Рәсәйҙә) һәм король (Галицкий-Волынь ерҙәрендә) булған Рюриктың — йылъяҙмалар буйынса Боронғо Рустең беренсе кенәзенең вариҫтары. Ваҡыт үтеү менән ырыу күп тармаҡтарға бүлгеләнә. Киев Русенең һәм уның тарҡалыуынан һуң барлыҡҡа килгән рус кенәзлектәренең күпселек хакимдары Рюриковичтар була.

Ҡыҫҡа факттар Нигеҙләү датаһы, Нигеҙләүсе ...

Тармаҡ вәкилдәренең береһе (Ростислав Михайлович вариҫтары) Венгрия-Хорватия короллегендә биләмә хакимдары була, айырым вәкилдәре Бөйөк Литва кенәзлегендә (Шварн) идара итә һәм Болгар батшалығында (Ростислав Михайлович) үҙ власын иғлан итә, Грузия батшалығы (Юрий Андреевич Боголюбский), Австрия герцоглығы һәм Штирия герцоглығы (Роман Данилович) хакимдаштары була, шулай уҡ, Бөйөк Пермь кенәзлеге һәм Моравия кенәзлеге хакимдары булыуҙары ла ихтимал. Рюриковичтарҙан иң һуңғы монарх батша Федор Иоаннович I һәм Василий Шуйский була.

Remove ads

Рюриковичтар ырыуының тармаҡланыуы

Ырыуҙың тармаҡланыу башы

Ҡыҫҡа факттар Тышҡы видеофайлдар ...

Барлыҡ Рюриковичтарҙың уртаҡ ата-бабалары булып ярымлегендар Рюрик үҙе[1], уның улы Игорь Рюрикович (ҡатыны, княгиня Ольга менән) һәм ейәне Владимир Святославич тора.

944 йылғы Рус-Византия договорында кенәз Игорҙең туғандары - Игорь һәм Акун, Рюриктың ҡыҙынан һәм улынан тыуған балалар иҫкә алына; әммә ғәмәлдә Рюриковичтарҙың тармаҡланыуы Владимира Святославичтан һәм, бигерәк тә, Ярослав Мудрыйҙан башлана. Был урындағы биләмә династияланы формалаштырыу процесын, феодаль тарҡалыу барлыҡҡа килеүҙе һәм уның үҫешен тыуҙыра. Быға тиклем ырыу берҙәмлеген һаҡлап килгән була.

Remove ads

Иҫкәрмәләр

Әҙәбиәт

Һылтанмалар

Loading related searches...

Wikiwand - on

Seamless Wikipedia browsing. On steroids.

Remove ads