Рәхмәтуллин Азат Салауат улы
Медицина фәндәре кандидаты From Wikipedia, the free encyclopedia
Remove ads
Рәхмәтуллин Азат Салауат улы (4 апрель 1972 йыл) — ғалим-табип. 2007 йылдан 2-се Республика клиник дауаханаһының баш табибы, 2018 йылдан Ғ. Ғ. Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһының баш табип урынбаҫары, 2019 йылдан Башҡортостан Республикаһы һаулыҡ һаҡлау министрының беренсе урынбаҫары, 2022 йылдың 28 мартынан — министр вазифаһын башҡарыусы. Медицина фәндәре кандидаты.
Remove ads
Биографияһы
Азат Салауат улы Рәхмәтуллин 1972 йылдың 4 апрелендә Башҡорт АССР-ының Сибай ҡалаһында тыуа. 1989 йылда Башҡорт дәүләт медицина институтына уҡырға инә һәм уны 1995 йылда тамамлай. Бер йыл баш ҡаланың 6-сы дауаханаһында хирургия буйынса табип-интерн булып эшләй. 1996—1998 йылдарҙа БДМИ-ҙа хирургия буйынса клиник ординатура үтә. 2001 йылға тиклем Өфөнөң 13-сө ҡала клиник дауаханаһында хирургия бүлеге хирургы була.
Артабанғы ике йылын Сибай ҡалаһы дауаханаһында һөнәре буйынса эшләй. 2004 йылға тиклем баш табиптың медицина буйынса урынбаҫары була[1].
2004—2005 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһы Һаулыҡ һаҡлау министрлығының кадрҙар бүлегенең баш белгесе, бер к ваҡытта БДМУ клиникаһының ҡан тамырҙары хирургияһы бүлеге хирургы. 2007 йылға тиклем баш табип урынбаҫары, 2-се Республика клиник дауаханаһының табиб-хирургы, бер үк ваҡытта БДМУ клиникаһы хирургы. 2007 йылдан 2-се Республика клиник дауаханаһының баш табибы[1].
2019 йылдың 9 сентябренән БР һаулыҡ һаҡлау министрының беренсе урынбаҫары[2]. 2022 йылдың 28 мартынан — БР Һаулыҡ һаҡлау министры вазифаһын башҡарыусы[3].
Remove ads
Ғилми эшмәкәрлеге
Азат Рәхмәтуллиндың 38 фәнни хеҙмәте, уйлап табыуға 2 патенты бар[1].
Иҫкәрмәләр
Сығанаҡтар
Wikiwand - on
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Remove ads