СССР Юғары Советы

From Wikipedia, the free encyclopedia

СССР Юғары Советы
Remove ads

Советтар Союзы Юғары Советы (СССР Юғары Советы) — 1938—1989 йылдарҙа Совет Социалистик Республикалар Союзының юғары дәүләт органы, вәкәләтлек һәм закон сығарыу органы . 19381991  йылдарҙа эшләй. 1938—1989 йылдарҙа сессияларға йылына ике тапҡыр икешәр көнгә йыйылған [2]), 1989—1991 йылдарҙа СССР-ҙың даими эшләүсе закондар сығарыу власть органы булып тора.

ВС СССР бите бында йүнәтелә. Был терминдың башҡа мәғәнәләре лә бар, ҡарағыҙ: ВС СССР (мәғәнәләр).
Ҡыҫҡа факттар Тип, Государство ...

Юғары Советтың закондар сығарыу, өлөшләтә башҡарма һәм контроль итеү хоҡуғы ла булған. СССР Юғары Советы тарафынан сығарылған закондар хоҡуҡ сығанағы булып торған; Юғары Совет коллектив дәүләт башлығы булып иҫәпләнгән ( сессиялар араһында Юғары Советтың закон сығарыу, вәкәләтлек һәм башҡа функцияларын Юғары Совет Президиумы үтәгән). 1989 йылдан СССР Юғары Советы рәйесе бер үҙе илдең башлығы булып иҫәпләнә башлай [3],1990 -1991 йылдарҙа — СССР президенты.

1930-се йылдарҙа СССР Юғары Советы өсөн « Советтар һарайы» төҙөргә йыйынғандар,тик ул төҙөлмәй ҡала. СССР Юғары Советы Мәскәүҙә Кремлдә урынлаша.СССР Юғары Советы Президиумы рәсейенең ҡабул итеү бүлмәһе Мәскәүҙә Моховая урамы (Карл Маркс проспекты) менән( 4/7 һанлы йортта) Воздвиженка урамы ( Калинин проспекты) киҫелешендә була.

Remove ads

Тарих

Файл:Supreme Soviet Hall.jpg
Зал заседаний Верховного Совета СССР в 14 корпусе Кремля

СССР Юғары Советы 1936 СССР Конституцияға ярашлы ойошторола. Ул ошоғаса эшләп килгән СССР Советтар съезы менән СССР Үҙәк башҡарама комитетын алмаштыра. 1938 йылдың 12 ғинуарынан уларҙың вәкәләте бөтә.

СССР Юғары Советы депутаттарын халыҡ дөйөм, тигеҙ, тура һайлауҙар аша һайлай .

Ҡарағыҙ

  • Председатель Президиума Верховного Совета СССР
  • Списки депутатов Верховного Совета СССР
  • Советы

Иҫкәрмәләр

Һылтанмалар

Loading related searches...

Wikiwand - on

Seamless Wikipedia browsing. On steroids.

Remove ads