Сабырлыҡ
From Wikipedia, the free encyclopedia
Remove ads
Сабырлыҡ (ғәр. صبر — түҙемлелек, бирешмәүсәнлек; рус. Сабр) — исламда — дини бурыстарҙы үтәгәндә түҙемлек, тыйылғандан тыйылыу, йыһатта, ғазауатта ныҡышмалылыҡ, рәхмәтлелек һ.б.
Иман шарттары |
Исламдың биш нигеҙе |
Шәхестәр |
Remove ads
Тасуирламаһы
Ҡөрьән мосолмандарға түҙемле булырға һәм тормош ауырлыҡтарын сыҙамлы кисерергә ҡуша.
Сабырлылар ғына ике донъяла ла уңыш ҡаҙана һәм Аллаһы Тәғәләнең мәрхәмәтенә лайыҡ була ала. Сабырлыҡ кешегә генә хас, фәрештәләр менән йәнлектәргә хас түгел. Мөхәммәт Пәйғәмбәр «сабырлыҡ диндең яртыһы», тип атаған. Кешегә тормош ауырлыҡтарын кисереп сығыуы ауыр булғанда ла түҙемлек күрһәтергә кәрәк. Мосолман бәлә-ҡазаға, бәхетһеҙлеккә зарланмаҫҡа һәм илауламаҫҡа тейеш (әс-сабр әл-жәмил)[1].
Ғәрәпсә сабр һүҙенән Сабир исеме барлыҡҡа килгән.
Remove ads
Ҡөрьәндә
Ҡөрьәндә с-б-р тамырынан яһалған сығарылмалар тәү сиратта «түҙемле булырға» тигәнде аңлата. Аллаһы Тәғәлә Мөхәммәт Пәйғәмбәрҙе, башҡа пәйғәмбәрҙәр кеүек, сабыр булырға өндәй[2][3].. Сабырлыҡ өсөн икеләтә бүләкләү вәғәҙә ителгән[4][5].
Әз-Зумар сүрәһенең 10-сы аятында әйтелгәнсә, сабыр итеүселәр (сабирун) әжерен иҫәп-хисапһыҙ, йәғни үлсәүһеҙ йәки сикләүһеҙ алырға тейеш.[6][5].
Иҫкәрмәләр
Әҙәбиәт
Wikiwand - on
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Remove ads