Сабыртмалы тиф

From Wikipedia, the free encyclopedia

Сабыртмалы тиф
Remove ads

Сабыртмалы тиф — эпидемик сабыртмалы тиф, кешенең киҫкен инфекцион ауырыуы. Rickettsia Prowazekii тыуҙыра. Беренсел һәм рецидив (Брилл ауырыуы) сабыртмалы тифтан айырыла.

Ҡыҫҡа факттар МКБ-10, OMIM ...
Remove ads

Ауырыу барышының осорҙары

Башланғыс (4—5 көн), көсәйеү (4—12 көн), һауыға башлау (2—4 аҙна). Сабыртмалы тиф йөрөтөүселәрҙең (кейем һәм баш беттәре)эсәктәренән сыҡҡан бүлендектең кеше тәнен тырнағанда уның лайлалы тиресәһенә эләгеүенән йоға. Тыуҙырыусылар ҡан тамырҙарының эндотелиаль күҙәнәктәрен (некроз, тромбоз үҫешә), нервы (менингоэнцефалит) һәм йөрәк‑ҡан тамырҙары системаларын зарарлай. Инкубация осоро 6—21 көн дауам итә.

Remove ads

Төп билдәләре

Тән темпкратураһының 39—40°С тиклем күтәрелеүе, тән тиреһенә розеолёз-петехиаль сабыртма таралыуы, көслө баш ауыртыу, психомотор ҡуҙғыу һ.б. Диагностика өсөн клиник-эпидемиологик һәм лаборатория (серологик) тикшереү мәғлүмәттәре ҡулланыла. Дауалау медикаментоз (антибактериаль, кардиотроп, седатив һ.б. препараттар).

Ихтимал булған өҙлөгөүҙәр

Пневмония, тромбоэмболия, миокардит һ.б.

Иҫкәртеү

Педикулёзға ҡаршы көрәш.

Һылтанмалар

Сабыртмалы тиф // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. ISBN 978-5-88185-143-9.

Remove ads
Loading related searches...

Wikiwand - on

Seamless Wikipedia browsing. On steroids.

Remove ads