Салауат Юлаев (опера)

From Wikipedia, the free encyclopedia

Remove ads

Салауат Юлаев — Баязит Бикбай либреттоһына Заһир Исмәғилев яҙған 4 акттан, 7 шаршауҙан торған опера. Башҡорт халҡының милли батыры Салауат Юлаев тураһында тарихи-героик музыкаль драма.[1]

Ҡыҫҡа факттар Композитор, Либретто авторы ...
Remove ads

1-се редакция

Операның беренсе редакциялағы премьераһы 1955 йылдың 15 апрелендә Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында ҡуйыла.[2] Дирижёры — В. В. Целиковский;

Режиссёры --ҡуйыусылар: СССР-ҙың халыҡ артисы Арыҫлан Мөбәрәков Һәм А. Н. Бакалейников

Балетмейстеры — Ғәскәров Фәйзи Әҙеһәм улы.

Хормейстеры — Л. Х. Исхакова;

Рәссамы — Мѳхәмәт Нуриәхмәт улы Арыҫланов.

1955 йылда Мәскәүҙә үтәсәк Башҡортостан әҙәбиәте һәм сәнғәте декадаһы алдынан «Салауат Юлаев» операһын комиссияға тапшырыу була. Унда Салауат Юлаев партияһын Мәскәү консерваторияһының тәүге Башҡорт студияһы ҡарлуғастарының береһе, беренсе башҡорт опера йырсыһы, РСФСР-ҙың атҡаҙанған артисы Хәбир Ғәлимов башҡара[3].

Салауат ролен РСФСР-ҙың халыҡ артисы Мәғәфүр Хисмәтуллин башҡара.

Көнбикә ролен РСФСР-ҙын халыҡ артисы Мәғәфүрә Ғәлиулла ҡыҙы Сәлиғәскәрова башҡара. 1955 йылда Мәскәүҙә Башҡорт әҙәбиәте һәм сәнғәте декадаһында уңышлы күрһәтелә.[4]

Remove ads

Операның яңынан тергеҙелеүе

2016 йылдың декабрендә Заһир Исмәғилевтың тыуыуына 100 йыл тулыу айҡанлы композиторҙың «Салауат Юлаев» операһы, тәүге варианттында тергеҙелеп, Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры сәхнәһендә ҙур уңыш менән ҡуйылды. Авторҙар — Мариин театры режиссёр Иркин Ғәбитов һәм театрҙың баш дирижёры Артем Макаров 1954 йылда Баязит Бикбай либреттоһына яҙылған әҫәрҙең бар музыкаль һәм поэтик үҙенсәлектәрен мөмкин тиклем тулыраҡ бирергә ынтылған[5].

Төп партияны — Салауат ролен Башҡортостандың һәм Татарстандың атҡаҙанған артисы Илһам Вәлиев башҡарҙы. Әминә ролендә тәүге тапҡыр Башҡортостандың халыҡ артисы Эльвира Фатыхова сығыш яһаны. Икенсе состав артистар уйнауында опералағы төп родәрҙе Иҙел Аралбаев менән Гөлнара Вәлиева башҡарҙы[5].


Remove ads

Музыкаль яҙмалар

(аудио)
(аудио)
Мәғәфүр Хисмәтуллиндын Салауат арияһы
noicon
Помощь по воспроизведению
(аудио)
(аудио)
Операһа увертюра. З. Исмәғилев
noicon
Помощь по воспроизведению

Иҫкәрмәләр

Һылтанмалар

Loading related searches...

Wikiwand - on

Seamless Wikipedia browsing. On steroids.

Remove ads