Салауат мәмерйәһе

Салауат Юлаев тураһында кино төшөрөүгә бәйле урын From Wikipedia, the free encyclopedia

Салауат мәмерйәһе
Remove ads

Салауат Юлаев мәмерйәһе (Силәбе өлкәһенең Ҡатау-Тамаҡ ҡалаһындағы Салауат мәмерйәһе менән бутамаҫҡа) — Башҡортостандың Ишембай районында урынлашҡан тәбиғәт ҡомартҡыһы

Ҡыҫҡа факттар
Ҡыҫҡа факттар Салауат мәмерйәһе, Тәрәнлеге ...

Кәлимосҡан ҡаяһында урынлашҡан. Ул мәмерйә менән бергә 1985 йылда тәбиғәт ҡомартҡыһы тип иғлан ителә. Туризм урыны.

Remove ads

Урынлашыуы

Маҡар ауылынан ете километр алыҫлыҡта, Ҡолғона ауылына барған юлда урынлашҡан. Урынының рәсми адресы — Маҡар урман хужалығы, лесхоз, Шихан урмансылығы, кварталдар - 46 (19, 27, 28), 47 ( 26, 36, 37).

Һаҡлау предметы

  1. Ҡаяла урынлашҡан иҫ киткес мәмерйә.
  2. Һирәк төр үҫемлектәр (аҡтамыр, Шиверекия үләне, Гельм астрагалы, кәзә һаҡалы һ. б.).
  3. Яланға яраҡлашҡан ҡарағайҙар.

Һүрәтләнеше

Кәлимосҡан ҡаяһын Һикәҙе йылғыһы йыуа. Салауат Юлаев мәмерйәһенең ауыҙы («Салауат Юлаев» фильмы төшөрөлгәндән һуң халыҡ уны шулай атап йөрөтә) йылғанан алты метр самаһы бейеклектә урынлашҡан. Мәмерйә өс кимәлле, аҫҡы кимәле башҡаларына ҡарағанда киңерәк. Һул яҡтан бәләкәй генә залға инергә мөмкин. Уның түбәһенән икенсе ҡатҡа менергә була. Артабан тар ғына ярыҡ мәмерйәнең өҫкө ҡатына алып китә, арыраҡ — тағы бер, 60-70 сантиметр диаметрлы, тәрән тар ярыҡ бар.

Шулай уҡ ҡарағыҙ

Һылтанмалар

Loading related searches...

Wikiwand - on

Seamless Wikipedia browsing. On steroids.

Remove ads