Сана
From Wikipedia, the free encyclopedia
Remove ads
Сана[2] (баҫым ҡуйыу варианттары: Сана́ һәм Са́на; ғәр. صنعاءصنعاء) — Йәмәндең баш ҡалаһы һәм илдең иң ҙур ҡалаһы. Халҡы — 2 575 347 кеше (2012).
Remove ads
Атаманың барлыҡҡа килеүе
Топонимика
Сана — ике эра араһында нигеҙләнгән боронғо ҡала. Топоним көньяҡ ғәрәп сығышлы һәм «ныҡ, нығытылған ҡаралты» тигәнде аңлата.
Заманса норматив урыҫса исеме
1966 йылда ғәрәп географик атамаларын урыҫса яҙыу ҡағиҙәләре рәсми раҫлана. Транскрипция нигеҙендә, ҡала «Санъа»[3] (ғәр. صنعاءصنعاء) тип яҙылырға тейеш. Әммә атама ҡәҙимге «Сана» формаһында һаҡланып ҡала. 1986 йылда баҫылған «Сит ил географик атамалары һүҙлеге»ндә (Словарь географических названий зарубежных стран) шулай уҡ традицион «Сана» формаһы бирелгән.
Remove ads
Географияһы
Ҡала илдең эске өлөшөндәге яҫы таулыҡта, диңгеҙ кимәленән 2200 метр бейеклектә урынлашҡан, уны тирә-яҡап тауҙар уратып алған.
Климаты
Сана климаты сүлле тропик. Әммә диңгеҙ кимәленән юғары бейеклектә (2200 м) урынлашҡанға күрә, ҡалала климат йомшаҡ. Йәй йылы һәм тик һирәк кенә ныҡ эҫе була. Ҡыш йомшаҡ, ҡайһы ваҡыт ҡырау төшөүе мөмкин.

.
Remove ads
Халҡы
Иҡтисад
Ҡалала биҙәнеү әйберҙәре, көмөш, күн әйберҙәре, ебәк, балаҫ, ҡәһүә, сәнғәт әйберҙәре, туҡымалар менән сауҙа итәләр, туризм хеҙмәте әүҙем күрһәтелә.
Иҫтәлекле урындар
Ҡалала төрлө ҙурлыҡтағы 50-гә яҡын мәсет бар, шунлыҡтан борон Сана ҡалаһын «күп манаралы» тип йөрөткәндәр.[4]
- Бөйөк мәсет (Мәсет әл-Джами әл-Кәбир) (VII быуат)
- Сәләх-әт-Дин мәсете (XIII йәки XIV быуат, ә манара XVI быуатта төҙөлгән)
- Әл-Баҡырийа мәсет (1597 йыл)
- Талха мәсете (1619—1620 йылдар)
- Әл-Мәһди мәсете (1750—1751 йылдар)
- Әс-Сәлих мәсете
- Милли музей
- Ғәскәр музейы
- Суҡ-әл-Милх (үҙәк баҙар)
- Суҡ-әл-Ҡат баҙары (Иҫке ҡаланың көнсығышында) — ғәрәп баҙарҙарының иң боронғоларының береһе
- Иҫке ҡаланың урамдары һәм тыҡрыҡтары
- Йорт-манаралар
- Дар әл-Хәжәр — Имам Яхъя ибн Мөхәммәдтең йәйге резиденцияһы
Remove ads
Туғандаш ҡалалар
Иҫкәрмәләр
Әҙәбиәт
Һылтанмалар
Wikiwand - on
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Remove ads