Сахалин

Тымыҡ океандағы утрау From Wikipedia, the free encyclopedia

Сахалин
Remove ads

Сахали́н (элек Карафуто (япон. 樺太?)) — Азияның көнсығыш ярҙары эргәһендәге утрау. Сахалин өлкәһе составына инә. Рәсәйҙең ғәйәт ҙур утрауы. Ярҙарын Охот һәм Япон диңгеҙҙәре йыуа. Азия ҡитғаһынан Татар боғаҙы (иң тар өлөшөндә — Невель боғаҙында — киңлеге 7,3 км һәм ҡышын туңа); япондарҙың Хоккайдо утрауынан — Лаперуза боғаҙы менән айырыла.

Ҡыҫҡа факттар Донъя ҡитғаһы, Дәүләт ...

Remove ads

Атамаһы

Thumb
Сахалин утрауы

«Сахалин» атамаһы Амур йылғаһының маньчжур телендәге атамаһы "Сахалян-Уллы"нан килеп сыҡҡан — тәржемәлә был һүҙ «Ҡара йылға ҡаялары» тигәнде аңлата. Картаға яҙылған был атаманы, хаталанып, Сахалинға беркетәләр, һәм карталарҙың артабанғы баҫмаларында утрау атамаһы булараҡ ҡулланыла башлай.[1][2]

Утрауҙың японса исеме — Карафуто — айн телендәге «камуй-кара-путо-я-мосир» һүҙбәйләнешенә тап килә һәм тәржемәлә «йылға тамағы аллаһы ере» тигәнде аңлата. Хәҙерге Японияла Сахарин (япон. サハリン?) исеме йышыраҡ ҡулланыла.

Remove ads

Тикшеренеү тарихы

1805 йылда Рәсәйҙең Иван Федорович Крузенштерн командалығындағы «Өмөт» судноһы Сахалин ярҙарының ҙур өлөшөн тикшерә, ләкин ул Сахалинды урап сыға алмай, шуға Сахалиндың утрау йәки ярымутрау булыуы тураһындағы һорауға яуап табылмай ҡала. 1808 йылда Дэндзюро Мацуда һәм Риндзо Мамия етәкселегендәге япон экспедицияһы Сахалиндың утрау булыуын иҫбатлай. Оҙаҡ ваҡыт төрлө карталарҙа Сахалин утрау йәки ярымутрау тип билдәләнә. 1849 йылда ғына Г. И. Невельский етәкселегендәге экспедиция, «Байкал» хәрби-транспорт карабында Сахалин һәм ҡитға араһынан үтеп, был мәсьәләгә һуңғы нөктәне ҡуя. Һуңынан был боғаҙ Невельский хөрмәтенә уның исеме менән атала[3].

Remove ads

Географияһы

Утрау меридиан буйынса көньяҡта Крильон морононан төньяҡта Елизавета моронона тиклем һуҙыла. Оҙонлоғо — 948 км, киңлеге —26 километрҙан (Поясок муйыны) 160 километрға тиклем (Лесогорский ауылы киңлегендә), майҙаны — 76,6 мең км².

Thumb
Сахалин утрауының1885 йылда эшләнгән картаһы

Рельефы

Утрау рельефы уртаса бейеклектәге тауҙарҙан, убалар һәм уйһыу тигеҙлектәрҙән тора. Утрауҙың көньяҡ һәм үҙәк өлөшөнә тау рельефы хас, һәм ике тау системаһы — Көнбайыш Сахалин (бейеклеге 1327 метрға етә — Онор тауы) һәм Көнсығыш Сахалин (бейеклеге 1609 метрға етә — Лопатин тауы) Тымь-Поронайский уйһыулығы менән бүленгән. Утрауҙың төньяғы (Шмидт ярымутрауынан башҡа) һөҙәк убалы тигеҙлектән ғибәрәт.

Утрау ярҙары телгеләнмәгән тип әйтерлек; эре ҡултыҡтар — Анива менән Терпения (көньяҡҡа табан киң итеп асылған) ярашлы рәүештә утрауҙың көньяғында һәм үҙәк өлөшөндә урынлашҡан. Яр һыҙатында ике эре ҡултыҡ һәм дүрт ярымутрау бар.

Сахалин рельефы түбәндәге 11 районға бүленә:

  1. Шмидт ярымутрауы (1,4 тыс. км² тирәһе) — утрауҙың төньяҡ сигендә таулы Көнбайыш һәм Көнсығыш һырттары булған ярымутрау бар; иң юғары нөктәһе — Өс Ағайлы-Ҡустылы тауы (623 м); Охинский муйыны уны Төньяҡ Сахалин тигеҙлеге менән тоташтыра, иң тар урынында муйындың киңлеге 6 километрҙан саҡ ҡына артығыраҡ;
  2. Төньяҡ Сахалин тигеҙлеге (28 мең. км² самаһы) — һөҙәк убалы территория Шмидт ярымутрауынан көньяҡҡа табан йылға улаҡтары менән телгеләнгән, ҙур булмаған тау һыттары бар, төньяҡта Байкал ҡултығынан көньяҡта Ныш и Тымь йылғалары ҡушылған урынға тиклем һуҙыла, юғары нөктәһе — Даахуриа тауы (601 м); утрауҙың төньяҡ-көнсығыш яр буйы айрым төбәк булып бүленә, унда эре диңгеҙ ҡултыҡтары (Пильтун, Чайво, Ный, Набиль, Лунь) бар, Охот диңгеҙенең ошо шельфында Сахалиндың төп нефть һәм газ ятҡылыҡтары урынлашҡан.
  3. Көнбайыш Сахалин тауҙары төньяҡтан Хоэ сопкаһы киңлегенән (51° 19' с. ш.) 630 километрға утрауҙың көньяҡ сигендәге Крильон ярымутрауына тиклем һуҙыла; тауҙарҙың уртаса киңлеге — 40—50 км, иң киң урыны (Ламанон мороно киңлегендә) — 70 км тирәһе; үҙәк өлөшөндә Камышовый (Поясок муйынынан төньяҡтараҡ) һәм Көньяҡ Камышовый һырттары;
  4. Тымь-Поронайский уйһыулығы утрауҙың уртаһында урынлашҡан һәм меридиаль йүнәлештә 250 километрға һуҙыла — көньяҡтан Терпения ҡултығына төньяҡтан Тымь һәм Ныш йылғалары ҡушылған урынға тиклем;
  5. Сусунай уйһыулығы утрауҙың көньяғында урынлашҡан һәм көньяҡтан Анива ҡултығынан төньяҡтағы Найба йылғаһына тиклем 100 километрға һуҙыла; Көньяҡ Сахалинск, Анива, Долинск ҡалалары Суснай уйһыулығында ултыра һәм был ҡалаларҙы утрау халҡының яртыһы тип әйтерлек йәшәй;
    Thumb
    Лопатин тауы, Пиленгский һыртынан төшөрөлгән
  6. Көнсығыш Сахалин тауҙары төньяҡта Лопатин тауҙарынан башлана (Лопатин тауҙарының иң юғары нөктәһе — Лопатин тауы, 1609 м);
  7. Терпения ярымутрауы уйһыулығы — иң бәләкәй район, Терпения ярымутрауының бик ҙур өлөшөн биләй;
  8. Сусунай һырты төньяҡтан көньяҡҡа табан 70 километрға һуҙылған һәм киңлеге 18—120 км; юғары нөктәләре— Пушкин тауы (1047 м) һәм Чехов сусағы (1045 м); тау итәгендә Көнсығыш Сахалинск ҡалаһы ята;
  9. Корсаков яйлаһы көнбайыштан Сусунай уйһыулығы, төньяҡтан — Сусунай һырты, көнсығыштан — Муравьёв уйһыулығы, көньяҡтан — Анива ҡултығы менән сикләнә; Анива ҡултығында Корсаков ҡалаһы урынлашҡан;
  10. Муравьёв уйһыулығы (на илл.) Анива ҡултығы һәм Мордвинов араһында урынлашҡан; уйһыулыҡта күлдәр күп;
  11. Тонино-Анива һырты Свободный морононан Анива моронона тиклем 90 километрға тип әйтерлек һуҙыла, юғары нөктәһе — Крузенштерн тауы (670 м);
Файл:Охотское море.jpg
Йылы күлдәр районындағы маяҡ янында бейек ярҙан Охот диңгеҙе күренеше

Климаты

Thumb
Углегорский районында Ламанон мороно

Сахалин климаты — уртаса муссон климатына тап килә (ғинуарҙа уртаса температура — көньяҡта — 6° С-ҡа тиклем, төньяҡта — 24° С , августа — ярашлы рәүештә +19° С һәм +10°С), ҡарлы һыуыҡ ҡыш һәм уртаса йылы йәй.

Климатҡа түбәндәге факторҙар йоғонто яһай:

  1. Утрауҙың Урта киңлектең 46° һәм 54°-тары араһында ятыуы төньяғында ҡояш радиацияһының 410 кДж/йылдан көньяҡта 450 кДж/йылға тиклем килеүе уның географик урынын билдәләй.
  2. Ҡышын һауа торошо күбеһенсә Себер антициклоны һөҙөмтәһендә үҙгәрә: был ваҡытта төньяҡ һәм төньяҡ-көнбайыш елдәре иҫә, айырыуса утрауҙың уртаса континенталь микроклимат булған үҙәк өлөшөндә ҡаты һыуыҡтар тороуы ихтимал. Шул уҡ ваҡытта көньяҡтан көслө һәм йыш була торған бурандары менән ҡышҡы циклон килә ала. Мәҫәлән, 1970 йылдың ҡышында өлкәне уғата мул ҡарлы циклондар ҡаплай, өҫтәүенә күп һанда ҡар шыуышмалары юлдарҙы быуа. Үтә көслө елдең тиҙлеге ваҡыты менән до 50 м/секундҡа етә, ҡар 3-2 тапҡырға күберәк яуа, урыны менән был күрһәткес 6—8 метрға етә. Бурандар бөтә төр транспорттың, диңгеҙ порттарының, сәнәғәт предприятиеларының эшен туҡтата.
  3. Утрау Евразия ҡитғаһы һәм Тымыҡ океан араһында ята, шуға ла уның климатына муссон характеры хас. Һөҙөмтәлә Сахалинда йәй дымлы, йылы һәм ямғырлы. Йәй июндә башлана һәм сентябрҙә тамамлана.
    Thumb
    Охотское море
  4. Таулы рельеф елдең йүнәлешенә һәм тиҙлегенә йоғонто яһай.
  5. Йәйгеһен Япон диңгеҙенән килгән йылы Цусим ағымы һәм Охот диңгеҙенең һыуыҡ Көнсығыш Сахалин ағымы утрауҙың көнбайыш һәм көнсығыш яр буйҙарында һауа торошоноң контрас хәлендә булыуына килтерә.
  6. Һыуыҡ Охот диңгеҙе утрау климатына гигант термокөйләгес кеүек тәьҫир итә: яҙ һыуыҡ һәм оҙон, ә көҙ үтә йылы була: ҡайһы бер йылдарҙа Көньяҡ Сахалинскиҙа май айы урталарына тиклем ҡар ята (1961 йылда 1 июндә көслө ҡар яуа), ә бына көҙөн ҡала урамдарындағы сәскә түтәлдәре ноябрь урталарына тиклем тиклем шау сәскәлә ултыра.

Эске һыуҙары

Сахалиндың эре йылғалары:

Ентеклерәк мәғлүмәт Йылға, Административ район) ...

Сахалинда 16 120 күл бар, уларҙың дөйөм майҙаны 1000 км² тирәһе. Күберәген төньяҡта һәм көньяҡ- көнсығышта урынлашҡандар. Сахалинда ике ҙур күл бар: Невский күле, майҙаны 178 км² (Поронай районы, Поронай йылғаһы тамағына яҡын урынлашҡан) һәм Тунайча (174 км²) (Корсаков районы, Муравьёв уйһыулығының төньяғында); ике күл дә лагуна тибына ҡарай[6].

Тәбиғи ресурстары

Сахалиндың тәбиғи ресурстар потенциалы бик юғары. Сахалин биологик ресурстар запасы буйынса Рәсәйҙә беренсе урындарҙың береһен биләй, бынан тыш углеводородтар һәм күмер запастары ғәйәт ҙур. Сахалин өлкәһе тикшерелгән газ конденсаты запастары күләме буйынса Рәсәйҙә 4-се, газ — 7, күмер — 12-е (н илл.) һәм нефть — 13-сө урында тора. Шул уҡ ваҡытта файҙалы ҡаҙылма байлыҡтар запасы Сахалинда һәм уның шельфтарында урынлашҡан. Башҡа тәбиғи ресурстар араһында — ағас, алтын, терегөмөш, ағалтын, германий, хром, талка, цеолит бар.

Флора һәм фауна

Флора менән фауна ҡитға райондары һәм яҡындағы Хоккайдо утрауы менән сағыштырған ярлыраҡ.

Флора

Сахалиндың флористика тарихын өйрәнеүҙе 1859 йылда Федор Богданович Шмидт башлай.[7]

Фауна

Утрауҙа 44 төргә ҡараған һөтимәрҙәр тереклек итә, шуларҙың иң билдәлеләре — айыу, кеш, ҡама, америка шәшкеһе, төньяҡ боланы, росомаха, кабарга, бында айырым төрсәләргә индерелгән янутҡа оҡшаш урман эте, сивуч һәм башҡа йәнлектәр бар. Сахалин териофаунаһының яртыһы тип әйтерлек — кимереүселәр.

Сахалинда ҡоштарҙың 378 төрө теркәлгән; шуларҙың 201-е (53,1 %) утрауҙа оя ҡора. Утрауҙың көньяҡ өлөшөндә 352 төр, үҙәк өлөшөндә 320, төньяғында 282 төр ҡош булыуы теркәлгән. Оя ҡорған ҡоштарҙың 88 төрө турғай һымаҡтар класына ҡарай; бынан тыш авифаунала сәпсәү һымаҡтар класына ҡарағандарҙың өлөшө ҙур ғына (оя ҡорғандарҙы 33 төрө), ҡаҙ һымаҡтар (22 төрө), ябалаҡ һымаҡтар һәм көндөҙгө йыртҡыс ҡоштар (11-әр төрө).

Thumb
Ҡыҙыл балыҡ (горбуша) Мордвинов ҡултырығына ҡойған исемһеҙ йылғаға ыуылдырыҡ сәсергә килә
Remove ads

Халҡы

Сахалин — Рәсәйҙкң халыҡ һаны буйынса иң ҙур утрауы. 2010 йылдың 1 ғинуарына Сахалинда һәм Курил утрауҙарында халыҡ һаны 510,9 мең кешегә еткән[8], Сахалин утрауында халыҡ һаны 493 мең кеше тәшкил итә.

Thumb
Көньяҡ Сахалинск
Ентеклерәк мәғлүмәт Район, Бөтәһе население ...
Remove ads

Власть органдары

Сахалин утрауы менән Баш идаралыҡ аша Приамурский генерал-губернаторы идара итә; урындарҙа — хәрби губернатор; 1894 йылдың 30 майына тиклем һуңғы губернатор утрау начальнигы вазифаһында эшләй.

Утрау начальниктары

Ентеклерәк мәғлүмәт Ф. И. О., Титулы, чины, званиеһы ...

Хәрби губернаторҙар

Ентеклерәк мәғлүмәт Ф. И. О., Титулы, чины, званиеһы ...

Хәрби губернатор ярҙамсыһы

Ентеклерәк мәғлүмәт Ф. И. О., Титулы, чины, званиеһы ...
Remove ads

Тарихы

Иҡтисады

Йәшәү кимәле

Аҡсалата килемдәре

Шулай уҡ ҡара

  • Список островов по площади
  • Сахалинский тоннель

Иҫкәрмәләр

Әҙәбиәт

Һылтанмалар

Loading related searches...

Wikiwand - on

Seamless Wikipedia browsing. On steroids.

Remove ads