Саяндар

From Wikipedia, the free encyclopedia

Саяндар
Remove ads

Саяндар (лат. Scorpiones) — быуынтығаяҡлылар тибы үрмәксе һымаҡтар (Arachnida) класына ҡараған отряд. Фәҡәт ҡоро ерҙә йәшәүсе хайуандар һәм эҫе илдәрҙә генә тереклек итәләр. [1].

Ҡыҫҡа факттар Фәнни классификация, Халыҡ-ара фәнни исеме ...
Thumb

Барлығы 1750 төрө бар, шуларҙың 50-һе кеше өсөн хәүефле. Улар араһында иң ҙуры император саяны, оҙонлоғо 20 см-ға етә[2], һәм бәләкәйерәктәре — 13 мм.

Саяндар йылы йәки эҫе климатлы илдәрҙә йәшәй. Улар сүлдәрҙә лә, дымлы урмандарҙа ла, хата тауҙарҙа ла осрай. Рәсәйҙә саяндар Волганың түбәнге өлөшөндә, Кавказда осрай. Саяндар һунарға төнөн сыға. Ағыулы саяндар ҡорбанын сағып хәрәкәтһеҙләндерә һәм үлтерә. Ағыуы кеше өсөн дә хәүефле.

Төрлө бөжәктәр һәм ваҡ кимереүселәр, кәҫәрткеләр менән туҡланалар.

Формалашҡан яралғыһы булған йомортҡа һалыусы саяндар, шулай уҡ тере балалар тыуҙырыусы саяндар бар.

Remove ads

Иҫкәрмәләр

Әҙәбиәт

Loading related searches...

Wikiwand - on

Seamless Wikipedia browsing. On steroids.

Remove ads