Саҡат

From Wikipedia, the free encyclopedia

Remove ads

Саҡат (рус. Сакатово) — Башҡортостандың Баҡалы районындағы ауыл. Ҡамышлытамаҡ ауыл Советы биләмәһе составына инә. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 204 кеше[2]. Почта индексы — 452661, ОКАТО коды — 80207825002.

Ҡыҫҡа факттар Ил, Федерация субъекты ...
Remove ads

Географик урыны

Саҡат ауылы Сөн йылғаһы ҡушылдығы Саҡат йылғаһы буйында, район үҙәге Баҡалы ауылынан көньяҡ-көнбайышҡа табан 23 километр һәм Туймазы тимер юл станцияһынан төньяҡҡа табан 56 километр алыҫлыҡта урынлашҡан[3].

Тарихы

Саҡат ауылына Бәләбәй өйәҙе Ҡырғыҙ улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәренә керҙәшлек килешеүе буйынса индерелгән типтәрҙәр нигеҙ һалған. Саҡат ауылы тураһында мәғлүмәт 1786 йылдан билдәле.

1865 йылда 47 хужалыҡта 288 кеше йәшәгән.

Игенселек, малсылыҡ, умартасылыҡ менән шөғөлләнгәндәр. Мәсет булған.

1906 йылда шулай уҡ мәҙрәсә, һыу тирмәне, бакалея кибете теркәлгән[4].

Халыҡ һаны

Саҡат ауылында башҡорттар (57 %), татарҙар (40 %) йәшәй (2002).

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар)
1906 йыл520
1920 йыл 26 август634
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар646
1959 йыл 15 ғинуар518
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар308
2002 йыл 9 октябрь258
2010 йыл 14 октябрь2049111344,655,4

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны
Remove ads

Бөгөнгө ауыл

Әлеге көндә Саҡат ауылында мәсет бар[5][6].

Билдәле кешеләре

Хәтер

Урамдары

  • Парк урамы (рус.  Парковая (улица)
  • Йылға урамы (рус.  Речная (улица)
  • Үҙәк урам (рус.  Центральная (улица)
  • Мәктәп урамы — (рус.  Школьная (улица)[7]

.

Тирә-яҡ мөхит

Ер-һыу атамалары

Тауҙар:

Йылғалар, күлдәр:

  • Сөн
  • Саҡат йылғаһы

Шишмәләр:

Ялан-бесәнлектәр, юл:

Таусыҡтар, түбәләр:

Тарихи ҡомартҡылар: Ҡамышлытамаҡ ауыл Советы биләмәһендә Ҡамышлытамаҡ боронғо ҡәберлеге табылған[8].

1917 йылғы ауыл хужалығын иҫәпкә алыу карточкалары

Шулай уҡ ҡарағыҙ

Әҙәбиәт

  • Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник. — Уфа: ГУП РБ Издательство «Белая Река», 2007. — 416 с.— ISBN 978-5-87691-038-7. (рус.)
  • Асфандияров А. З. История сел и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. Уфа: Китап, 2009. — 744 с. ISBN 978-5-295-04683-4 (рус.)
  • Бакалинская земля: история и люди. — Уфа: ГУП РБ УПК, 2010. — 320 с.: ил.(урыҫ.)
Remove ads

Һылтанмалар

Иҫкәрмәләр

Loading related searches...

Wikiwand - on

Seamless Wikipedia browsing. On steroids.

Remove ads