Саҡмағош

Рәсәйҙең Башҡортостан Республикаһы Саҡмағош районындағы ауыл From Wikipedia, the free encyclopedia

Саҡмағошmap
Remove ads

Саҡмағош (рус. Чекмагуш) — Башҡортостан Республикаһының Саҡмағош районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә халыҡ һаны 11382 кеше булған[2]. Почта индексы — 452200, 452201, ОКАТО коды — 80256870001.

Ҡыҫҡа факттар Ил, Федерация субъекты ...
Remove ads

Халыҡ һаны

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар)
1920 йыл 26 август
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар
1959 йыл 15 ғинуар
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар
2002 йыл 9 октябрь
2010 йыл 14 октябрь113825351603147,053,0

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны
Thumb

Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу (2002) мәғлүмәте буйынса — күпселек татарҙар (72.1 %) һәм башҡорттар (23.1 %) йәшәй[3].

Remove ads

Тарихы

Саҡмағош ауылына башҡорттар 1738, 1739, 1745 йылдарҙа керҙәшлек килешеүе нигеҙендә мишәрҙәре ҡабул итә.[4] Типтәрҙәр ҙә булған, ләкин уларҙың күсеп ултырыу ваҡыты билдәһеҙ.

Типтәрҙәр бында 1783 йылда бында булмай. Ләкин 1795 йылғы сираттағы халыҡ иҫәбен алыу 7 йорт-хужалығта 47 кешенең 7 типтәрҙәрҙе теркәй. Ул саҡта мишәрҙәрҙең 74 йорт-хужалығы булған, 533 кешеһе булған. 12 йортта 86 башҡорт йәшәгән. 1816 йылда 100 башҡорт, 140 типтәр, 538 мишәр иҫәпкә алына. 1834 йылғы 8-се ревизия 155 башҡортто, 168 типтәрҙе, 556 мишәрҙе күрһәткән. 1859 йылда 193 йортта 1378 кеше йәшәгән. 1870 йылға бөтә ауыл халҡы 1520 кеше һәм 165 йорт иҫәпләнгән. Ауылда 2 мәсет һәм уларҙың береһендә мәктәп булған. 1920 йылда 635 йортта 3141 мишәр һәм типтәр теркәлгән. Башҡорттар һәм типтәрҙәр һаны бер иш булһа ла, башҡорттар 1920 йылғы халыҡ иҫәбен алыусылар иғтибарынан төшөп ҡалған.

1843 йылда 556 мишәр 1496 бот ужым һәм 3600 бот яҙғы иген сәселгән, шул уҡ ваҡытта 155 башҡорт 360 бот ужым һәм 1184 бот яҙғы иген сәскән. Һуңғылары 12 бот картуф ултыртҡан.

XIX быуат аҙағынан 3 бүлектән торған Саҡмағош министрлыҡ училище эшләгән. 1909 йылда унда мишәр һәм башҡорттарҙан 28 уҡыусы белем ала.[5]

1866-1930 йылдарҙа Саҡмағош улусы үҙәге.

Remove ads

Билдәле шәхестәре

Иҫкәрмәләр

Loading related searches...

Wikiwand - on

Seamless Wikipedia browsing. On steroids.

Remove ads