Свердловск татар-башҡорт педагогия техникумы
From Wikipedia, the free encyclopedia
Remove ads
Свердловск татар-башҡорт педагогия техникумы — 1919—1940 йылдарҙа Свердловск ҡалаһында эшләгән уҡыу йорто.
Тарихы
1919 йылда Екатеринбург ҡалаһында Мосолман педагогия техникумы булараҡ асыла. Ул шулай уҡ «өс йыллыҡ мосолман йәки татар-башҡорт курстары» исемен йөрөткән. Уҡыу йортона элекке политехникум бинаһының тик 4 кабинеты бүленгән. Бынан тыш бында рус педтехникумы, сәнәғәт-иҡтисади техникум, иҫәп-бухгалтер курстары һәм машинопись курстары урынлашҡан. Финанс аҙ бүленгәнлектән техникум ҙур матди-техник ҡыйынлыҡтар кисергән, студенттар (уларҙың өстән бер өлөшөнән күберәге етемдәр йортонан килгән) бәләкәй генә стипендия алып, йыш ҡына өҫкө һәм аяҡ кейеменә мохтаж булған, ағас барактарҙа йәшәгән. Әммә РСФСР-ҙы Мәғариф халыҡ комиссары А. Луначарскийҙың шәхсән ҡыҫылышы арҡаһында, техникумдың финанс хәле яҡшырған. Студенттар ике аҙнаға бер тапҡыр «Пролетарская мысль» гәзитен сығарған, татар-башҡорт клубында сәйәси, музыкаль-хор, әҙәби һәм драма түңәрәктәренә йөрөгән[2].
Свердловск татар-башҡорт педагогия техникумы 4 бүлектән торған:
- мәктәп, 1-се баҫҡыс мәктәптәре өсөн хеҙмәткәрҙәр әҙерләгән;
- мәктәптән тыш, район пионер бюроһы хеҙмәткәрҙәрен әҙерләгән;
- мәктәпкәсә бүлек, бында мәктәпкәсә белем биреүсе ойоштороусы методистар уҡыған;
- сәйәси ағартыу, мәғариф йәки мәҙәни-ағартыу учреждениелары өсөн ойоштороусы методистарҙы, шулай уҡ пропогандалаусы-агитаторҙарҙы әҙерләгән[2].
1939 йылдың башына ҡарай техникумдың өс курсында 395 кеше белем алған һәм ошо уҡ йылда 109 сығарылыш уҡыусыһы башланғыс мәктәп уҡытыусыһы һөнәренә эйә булған[3].
1939 йылда татар-башҡорт техникумының 1-се курсына абитуриенттар алынмаған. 1940 йылда А. М. Горький исемендәге педагогия техникумы менән берләштерелгән[3].
Remove ads
Иҫкәрмәләр
Wikiwand - on
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Remove ads