Сураева Светлана Рөстәм ҡыҙы
From Wikipedia, the free encyclopedia
Remove ads
Сураева Светлана Рөстәм ҡыҙы (13 июнь 1970 йыл) — Башҡортостанда йәшәп, рус телендә ижад итеүсе прозаик, драматург, публицист һәм шағир, тәржемәсе. Рәсәй һәм Башҡортостандың Яҙыусылар Союздары ағзаһы. Степан Злобин исемендәге әҙәби премия лауреаты (2017)[1].
Remove ads
Биографияһы
- 1970 йылдың 13 июнендә Новосибирск Академҡаласығында тыуған;
- Өфө ҡалаһының 91-се гимназияһын 1987 йылда тамамлай;
- Башҡорт дәүләт университеты филология факультетының рус теле һәм әҙәбиәте бүлеген тамамлаған;
- Республиканың төрлө баҫмаларында журналист, реклама бүлеге белгесе булып эшләгән;
- Бөгөнгө көндә «Бельские просторы» ижтимағи-сәйәси һәм әҙәби-нәфис республика журналының баш мөхәррир урынбаҫары.
Remove ads
Әҙәби ижады
Китаптары
- Юматово: повесть. Уфа: Белая река,2004.
- Ниже неба: повесть. Уфа: Китап, 2006.
- Янгантау: чудотворная гора. Уфа: Уфимский полиграфкомбинат, 2012.
Тәржемә китаптары
- Чаныш А. зори моей юности. Уфа: Китап, 1992.
- Асянов Ф. Повести и рассказы. Уфа: Китап, 1995.
Ваҡытлы матбуғаттағы прозаһы
- Если бы судьбой была я…Роман(Соавт. В.Богданов)//Бельские просторы.2000;2001.
- Последний апостол: Повесть//Октябрь.2003.№ 6.
- Ниже неба: Повесть//Бельские просторы.2005.№ 1.
Remove ads
Ҡаҙаныштары
- «Ниже неба» повесы («Бельские просторы» журналында баҫыла, № 1, 2005) премияға лайыҡ була;
- Шул уҡ повесть «Дружба народов» журналында баҫыла (2007, № 10)
- Повесть айырым китап булып сыға һәм «Исламский прорыв» (2006) премияһын яулай;
- Борис Соколов исемендәге конкурс премияһына лайыҡ була (2005);
- «Сады лицея» конкурсында еңеү яулай (2006);
- Башҡортостан Республикаһының дәүләт Гимны һүҙҙәренең авторҙарының береһе;
- Тиҫтәнән ашыу әҙәбиәт, драматургия буйынса Башҡортостан һәм Рәсәй Федерацияһы даирәһендә уҙғарылған ижади конкурстар лауреаты;
- Рәсәйҙең тәүге йәш яҙыусылар форумдарында ҡатнашҡан;
Иҫкәрмәләр
Сығанаҡтар
Һылтанмалар
Wikiwand - on
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Remove ads