Свирь

From Wikipedia, the free encyclopedia

Свирьmap
Remove ads

СвирьРәсәйҙә Ленинград өлкәһенең төньяҡ-көнсығышында, Карелия Республикаһының административ сиктәрендәге яҡын ҙур йылға. Волга-Балтик һыу юлында мөһим система.

Ҡыҫҡа факттар Һыу башы, Ҡайҙа ҡоя ...

Remove ads

Географик мәғлүмәттәр

Thumb
Thumb
Онега күле һәм Свирь йылғаһының бассейны

Оҙонлоғо 224 км, башланғысын Онега күленән ала һәм Ладога күленә ҡоя. Йылғаның киңлеге бөтә дауамында тамағының тар урынында 100 м алып Ивин ташҡынында 10—12 км тиклем үҙгәрә[2]. Ағым тиҙлеге 0,5 алып 10,6 км/сәғ үҙгәрә. Уртаса һыу сығымы — 785 м³/с. Тамағының бейеклдеге диңгеҙ кимәленән — 4,84 м

Свирь йылғаһы барлыҡҡа килгәнсе Онега күленән аҡма Ладогаға көньяҡтараҡ — Ошта — Тукша — Оять йылғалары аша уҙа. Хәҙерге йылға 9,5 мең йыл элек Онега күленең көньяҡ өлөшөнөң трансгрессияһы һөҙөмтәһендә, күл котловинаһының төньяк өлешөнөң изостатик күтәрелеүе арҡаһында барлыҡҡа килгән. Йылға үҙәне уйылған һайын Онега күле кимәле диңгеҙ кимәленән 75 метр билдәһенән хәҙерге 33 м тиклем кәмей[3]

Йылға уйһыулыҡтарҙа аға, уларҙы борон боҙлоҡло һыу ятҡылыҡтары биләй. Свирь яры буйы күпселек өлөшөндә урман баҫҡан убалы ерҙән ғибәрәт. Свирь йылғаһының урта ағымында тупһалар булған, ләкин йылғала электростанция каскадтарын төҙөү менән плотиналар һыу кимәлен күтәрә һәм тупһалар һыу аҫтында ҡала, шулай итеп йылға дауамында тәрән һыу юлы барлыҡҡа килә. Йылғала Түбәнге Свирь (тамағынан 80 км алыҫлыҡта) һәм Үрге Свирь (тамағынан 120 км алыҫлыҡта) һыуһаҡлағыстары урынлаша[4]. Үрге Свирь ГЭС-ы Ивин ташҡынын йәки 183 км² майҙаны менән Үрге Свирь һыуһаҡлағысын булдыра.

Түбәнге Свирь Ладога яны уйһыулығы сиктәрендә аға һәм түбәнге ағымы буйлап уға Оять һәм Паша йылғалары ҡойған ерҙә күп һанлы тармаҡтар һәм ҡылымыҡтар барлыҡҡа килтерә уларҙың береһе Загубский мороно менән тоташа. Бында Түбәнге Свирь ҡурсаулығы урынлаша. Йылғала барлығы утыҙға яҡын утрау бар[2].

Иң ҙур утрау — Иванькоостров.

Remove ads

Гидрологияһы

Свирь йылғаһының һыу йыйыу бассейнының 80 % өҫтө Онега күленә тура килә һәм йылғаның бассейн өлөшөнән ағым һыуһаҡлағыстар менән көйләнгән, уның һыу режимы йыл дауамында бер төрлөлөк менән айырыла[5]. Әммә, мәҫәлән, Нева менән сағыштырғанда, яҙғы ташҡын түбәнге ағымында, шул иҫәптән барлыҡҡа килгән боҙ тығыны сәбәптәре арҡаһында асығыраҡ күҙәтелә[6].

Ҡушылдыҡтары

Свирь йылғаһы бассейн ассиметрияһына эйә, һәм һул ҡушылдытары уң ҡушылдыҡтарҙан өҫтөнлөк итә. Иң ҙур йылғаларҙың береһе булып Паша һәм Оять тора.

Һул ҡушылдыҡтары

  • Кузра
  • Святуха
  • Тойба
  • Киселевка
  • Святуха
  • Погра
  • Мунгала
  • Янега
  • Шамокша
  • Заостровка
  • Оять
  • Паша
  • Яндеба
  • Шоткуса
  • Каномка

Уң ҡушылдыҡтары

  • Муромля
  • Ивина
  • Остречинка
  • Пидьма
  • Важинка
  • Усланка
  • Мандрога
  • Негежма
  • Сегежа
Remove ads

Тарихы

Свирь йылғаһы беҙҙең эраның беренсе һәм икенсе мең йыллыҡтары арауығында мөһим сауҙа юлы булған, ул көнсығыш һәм көнбайыш илдәрен тоташтырған. Ул юлды викингтар ҡулланған. Уларҙың боронғо карталарында Свирь Волга буйы Болғарына юлдың өлөшө, шулай уҡ тирегә бай Биармияға юл тип билдәләнә. Свирь ярҙарында весь ҡәбиләләре йәшәгән. Свирь янын славянлаштырыу XI быуатта башлана һәм һыу юлдары буйлап үтә. Был биләмә Новгород республикаһы составына, ә 1478 йылдан Бөйөк Мәскәү кенәзлеге составына инә. XV быуат аҙағында Свирь янында Александро-Свирский монастырына нигеҙ һалына.

1702 йылда Свирҙә Олонецкий верфына нигеҙ һалына. Свирь яны халҡының байтаҡ өлөшө XVIII быуаттың икенсе яртыһында суднолар һәм караптар төҙөү өсөн урман әҙерләү менән шөғөлләнә. XIX быуат башында Свирь Мариинский һыу системаһы өлөшө була[7].

Хужалыҡта ҡулланыу

Thumb
«Свирь йылғаһында суднолар йөрөү планы». Н. Я Озерецковскийҙың «Онега һәм Ладога күле буйлап сәйәхәт» китабынан (1792)

Свирь ГЭС-ы каскады һыуһаҡлағыстары Ладога күленән Онега күленә һәм кирегә судноларҙы үткәреү өсөн шлюздар менән йыһазландырылған. Яҙғы-көҙгө ваҡытта йылға һыу транспорты менән йөктәрҙе һәм пассажирҙарҙы ташыу өсөн ҡулланыла.

Ҡыуғын өсөн ҡулланыла.

Рекреацион файҙаланыу. Балыҡсылыҡ, йылғала һөмбаш, бәрҙе, ағасаҡ, язь, йәйен һ.б. бар[8]

Remove ads

Күперҙәр һәм кисеүҙәр

Вознесенье ҡасабаһында үҙенең башланған ерендә паром кисеүе эшләй. 2015 йылдың авгусынан кисеүҙә үҙйөрөшлө автомобиль-пассажирҙар паромы «Аркадий Филатов» эшләй.[9]

Thumb
Thumb
Thumb
Вознесенье ҡасабаһында паромға сират Паром «Аркадий Филатов». Паром «Аркадий Филатов».
Ентеклерәк мәғлүмәт Һүрәт, Исеме ...
Remove ads

Иҫтәлекле урындары

  • Түбәнге Свирь ҡурсаулығы
  • Стороженский маяғы

Тораҡ пункттар

  • Вознесенье ҡасабаһы
  • Красный Бор ауылы
  • Плотично ауылы
  • Пидьма ауылы
  • Мятусово ауылы
  • Хевроньино ауылы
  • Подпорожье ҡалаһы
  • Никольский ҡасабаһы
  • Важины ҡасабаһы
  • Усланка ауылы
  • Верхние Мандроги ауылы
  • Свирьстрой ҡасабаһы
  • Харевщина ауылы
  • Лаптевщина ауылы
  • Лодейное Поле ҡалаһы
  • Заостровье ауылы
  • Ковкеницы ауылы
  • Нижняя Шоткуса ҡасабаһы
  • Свирица ҡасабаһы
  • Каномы ауылы

Иҫкәрмәләр

Әҙәбиәт

Һылтанмалар

Loading related searches...

Wikiwand - on

Seamless Wikipedia browsing. On steroids.

Remove ads