Себер федераль университеты
Рәсәй Федерацияһының юғары уҡыу йорты From Wikipedia, the free encyclopedia
Remove ads
Себер федераль университеты (СФУ) — Красноярскиҙа урынлашҡан юғары уҡыу йорто. Рәсәйҙә беренсе федераль университет[4]. Рәсәйҙә эре ғилми-тикшеренеү һәм белем биреү үҙәге. Рәсәйҙең көнсығыш өлөшөндәге иң ҙур университет[5].
2006 йылда Красноярсктң дүрт юғары уҡыу йортон берләштереү юлы менән ойошторола. Уға шулай уҡ 2012 йылдаКрасноярск дәүләт сауҙа-иҡтисад институты һәм «Кристалл» Ғилми тикшеренеү институты үҙәге ҡушыла[6].
Университет дәүләт «5-100 Проект» программаһында ҡатнашыусылар иҫәбенә инә дәүләт университеты [7].
Тулы атамаһы: Юғары белем биреүҙең Федераль дәүләт автономиялы белем биреү учреждениеһы «Себер федераль университеты»
Remove ads
Тарихы
СФУ Красноярскиҙың дүрт эре юғары уҡыу йорттарын берләштереү юлы менән ойошторола[8][9][10][11]:
- Красноярск дәүләт университеты (Красг),
- Красноярск дәүләт архитектура-төҙөлөш академияһы,
- Красноярск дәүләт техник университеты (КГТУ),
- Төҫлө металдар һәм алтын дәүләт университеты (ГУЦМиЗ).
Шулай уҡ 2012 йылда уға Рәсәй Федерацияһының мәғариф һәм фән министрлығының № 112 бойороғо менән берләштерелә[12]:
- Красноярск дәүләт сауҙа-иҡтисад институты (КГТЭИ) һәм
- «Кристалл» ғилми-тикшеренеү инженеры үҙәге (НИИЦ).
Әлеге ваҡытта СФУ 36 фәнни-инновацион бүлекте берләштерә[13] , улар араһында ғилми-тикшеренеү институты, Конструкторлыҡ бюроһы, технопарк, лабораториялар, ҡорамалдар менән коллектив файҙаланыу үҙәге, фәнни-мәғариф үҙәге, инновацион үҙәктәр, технологияларҙың трансфер үҙәктәре, тәжрибә производстволары бар[14].
2013 йылда 7 мең кеше университетҡа уҡырға инә[15].
2014 йылға ҡарата университта 8 меңдән ашыу уҡытыусы һәм хеҙмәткәр эшләгән
Remove ads
Ректорҙары
- Рәсәй Фәндәр академияһы академигы Евгений Александрович Ваганов — 2006 йылдың 28 ноябренән алып 2017 йылдың 26 октябренә тиклем.
- Профессор Владимир Иннокентьевич Колмаков — 2019 йылдың 30 июленән алып 2017 йылдың 26 октябрендә тиклем
- доцент Румянцев Максим Валерьевич — 2020 йылдың 27 мартынан[16] (2019 йылдың 30 июленән алып ваҡытлыса вазифа башҡарыусы[17]).
Университет структураһы
Университет егерме өс институттан һәм өс филиалдан тора[8][18] Составына Гуманитар, Инженер-төҙөлөш институты һәм Архитектура һәм дизайн институты, Тау эше, геология һәм геотехнологиялар инстиуты, Инженер физикаһы һәм радиоэлектроника институты, Космос һәм информацион технологиялар институты, Математика һәм фундаменталь информатика институты, Нефть һәм газ институты, педагогия , психология һәм социология институты, Бизнес процестары һәм иҡтисад менән идара итеү институты, Физкультура, спорт һәм туризм институты, Филология һәм тел коммуникациялары институты, Фундаменталь биология һәм биотехнологиялар иснтитуты, Төҫлө металдар һәм металды өйрәнеү фәне институты. Экология һәм география институты, Иҡтисад, дәүләт идараһы һәм финанс институты, Политехник институт, Сауҙа һәм хеҙмтәләндереү сфераһы институты, Юридик институт, Гастрономия институты, шулай уҡ Урман Себер педагогияһы инстиуты филиалы, Саян-Шушенское филиалы, Хакасия техник институты инә.

Университет рейтингтары
Web of Science (Thomson Reuters
- Times Higher Education — 1001+ урын World University Rankings 2020, Emerging Economies 2020 351-400-се урын [19]
- «Интерфакс» һәм «Эхо Москвы» версиялары буйынса Рәсәй университеттарының милли рейтингы — дөйөм рейтингтағы 327 урындар араһында 15-се урында тора[20]
- RAEX (РАЭКС-Аналитика) агентлығы рейтингында Рәсәйҙең иң яҡшы 100 вуздары — 21 урынды биләй[21]
- Халыҡ-ара рейтинг "Өс университет миссияһы" — 701-800 урынды биләй[22]
- Тамамлаусыларҙың эш биреү буйынса иң яҡшы вуз — 14 урында
- «Эксперт РА» агентлығының рейтинг «С» класы (тамамлаусыларҙы «юғары кимәлдә» әҙерләү) [23]
- Ranking Web of World Universities[24] — РФ юғары уҡыу йорттары араһында 17 урында, донъя юғары уҡыу йорттары араһында 1519 урында[25]
- Academic Ranking of World Universities-European Standard ARES-2020 — 9 урын һәм АА рейтингында+ илдең 278 вуздары араһында[26]
- 4 International Colleges&Universities (4ICU)— 8 урын[27] Рәсәй юғары уҡыу йорттары араһында
- Web of Science (Thomson Reuters — 14 урында РФ юғары уҡыу йорттары араһында (2012 йыл)[28][29][30]
- University Web Rankings — донъя юғары уҡыу йорттары араһында 639 урын[31].
- QS Stars — биш йондоҙҙан дүртәү[32]
- QS BRICS — 169 урын[33]
- QS EECA — 122 урын
Remove ads
Баҫмалары
СФУ журналдары
«Журнал Сибирского федерального университета»
(23.04.07 ғалимдар советы ҡарары менән булдырыла (протокол № 4)) үҙ эсенә биш тематик серияны индерә:[34], инглиз һәм рус телендә журналдар кварталға бер тапҡыр баҫылып сыға. Бөтә сериялар ҙа Юғары аттестация комиссияһының, РИНЦ һәм Google Scholar журналдары исемлегенә индерелгән, ә «Математика һәм физика» Math-Net.Ba һәм Scopus журналдыары серияһына инә[35][36]. Шулай уҡ Scopus журналына «Гуманитар фәндәр» серияһы инә[37].
- Мөхәрририәт советы
Рәсәй Фәндәр академияһы академигы Е. А. Ваганов (рәйесе)
- Ағзалары
- Рәсәй Фәндәр академияһы академигы И. И. Гительзон
- Рәсәй Фәндәр академияһы академигы В. Ф. Шабанов
- Рәсәй Фәндәр академияһы ағза-корреспонденты, физика-математика фәндәре докторы А. Г. Дегерменджи
- Рәсәй Фәндәр академияһы ағза-корреспонденты, физика-математика фәндәре докторы В.Л. Миронов
- Рәсәй Фәндәр академияһы ағза-корреспонденты, физика-математика фәндәре докторы Г. Л. Пашков
- Рәсәй Фәндәр академияһы ағза-корреспонденты, физика-математика фәндәре докторы В. В. Шайдуров
- сериялар
- «Журнал Сибирского федерального университета. Серия: Биология»
(ингл. Journal of Siberian Federal University. Biology)[38]
- «Журнал Сибирского федерального университета. Серия: Гуманитарные науки»
(ингл. Journal of Siberian Federal University. Humanities & Social Sciences)[39]
- «Журнал Сибирского федерального университета. Серия: Математика и физика»
(ингл. Journal of Siberian Federal University. Mathematics & Physics)[40]
- «Журнал Сибирского федерального университета. Серия: Техника и технологии»
(ингл. Journal of Siberian Federal University. Engineering & Technologies)[41]
Remove ads
Иҫкәрмәләр
Һылтанмалар
Әҙәбиәт
Wikiwand - on
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Remove ads