Селен

From Wikipedia, the free encyclopedia

Селен
Remove ads

Селен (лат. Selenium, Se) — Менделеевтың периодик таблицаһының 4-се осор, 16-сы төркөм элементы. Тәртип номеры — 34.Атом массаһы элемент 78,971(8)[10]

Ҡыҫҡа факттар Кем хөрмәтенә аталған, Грозящая опасность ...

Муртыҡ, киҫелештә ялтыраусан, һоро төҫтә (аллотроп формаһы тотороҡло, тотороҡһоҙ формалары — ҡыҙыл төҫтөң төрлө төҫмөрҙәрендә). Халькогендарға ҡарай. Металл түгел.

Remove ads

Символы

Селен элементының символы — Se (Селен тип уҡыла).

Тарихы

1817 йылда Й. Я. Берцелиус тарафынан асылған.

Берцелиус Готлиб Ган менән бергә көкөрт кислотаһында өлөшсә ҡыҙыл, өлөшсә көрәнһыу ултырмаларын тикшергәндәр. Еңелсә торма еҫе сыҡҡанға күрә, Берцелиус унан теллур эҙләй башлаған, сөнки был тап шул матдәнең бер үҙенсәлеге.

Тикшереүҙәрендә ул әлегә тиклем билдәле булмаған, сифаттары буйынса теллурға оҡшаш металл таба. Теллур — Ер планетаһының исеме, Берцелиус үҙе әйтеүенсә, уны шул аналогия нигеҙендә яңы матдәне Селен (Ай планетаһы) тип атай (грек σελήνη)[11]

Remove ads

Үҙенсәлектәре

Селендың ағыулы булыуы һуңыраҡ асыҡланған. Селен сәнәғәтендә эшләүсе кешеләрҙең, шулай уҡ селенға бай үҫемлектәр ашаған хайуандарҙың ағыуланыу осраҡтары хәбәр ителә.

1954 йылда селендың микроорганизмдар өсөн биологик әһәмиәтенең беренсе билдәләре табыла[12][13].. 1957 йылда имеҙеүселәр биологияһында селендың мөһим роле асыҡлана[14][15]..

1970-се йылдарҙа үҙ-ара бойондороҡһоҙ ике энзим төркемендә селен барлығы асыҡлана, һуңынан аҡһымдарҙа селеноцистеин табыла[16]

Исеменең килеп сығышы

Атамаһы юнан. σελήνη — Ай планетаһынан. Элемент тәбиғәттә уның менән химик яҡтан оҡшаш теллурҙың (Ер хөрмәтенә аталған) эйәрсене булыуы менән бәйле.

Тәбиғәттә

Thumb
Селен натураль

Ер ҡабығында селен йөкмәткеһе — 500 мг/т. Селен 37 минерал барлыҡҡа килтерә, улар араһында тәү сиратта ашавалит FeSe, клаусталит PbSe, тиманнит HgSe, гуанахуатит Bi2(Se, S)3, хастит CoSe2, платинит PbBi2(S, Se)3 булырға тейеш. Һирәк кенә селен самородогы осрай. Төп сәнәғәт әһәмиәтенә сульфид ятҡылыҡтары эйә. Сульфидтарҙа селен миҡдары 110 г/т тиклем тирбәлә . Диңгеҙ һыуында селен концентрацияһы 0,4 мкг/л[17]. Кавказ Минераль һыуҙарында селен 110 мкг/л йөкмәткеле сығанаҡ бар[18].

Remove ads

Иҫкәрмә

Әҙәбиәт

Һылтанмалар

Loading related searches...

Wikiwand - on

Seamless Wikipedia browsing. On steroids.

Remove ads