Селивёрстов Алексей Николаевич

Рәсәй спортсыһы, Башҡортостанда тыуып үҫкән спортсы From Wikipedia, the free encyclopedia

Remove ads

Селивёрстов Алексей Николаевич (24 июль 1976 йыл) — Рәсәй спортсыһы, бобслей буйынса атҡаҙанған спорт мастеры, Турин Олимпиадаһында Рәсәйҙең олимпия йыйылма командаһы ағзаһы, унда Александр Зубковтың дүрт кешелек экипажы составында көмөш миҙал яулай.

Ҡыҫҡа факттар Зат, Гражданлыҡ ...
Remove ads

Биографияһы

Алексей Николаевич Селивёрстов 1976 йылдың 24 июлендә Башҡорт АССР-ының баш ҡалаһы Өфөлә тыуған.

Ошо уҡ экипаж менән ике тапҡыр бобслей буйынса Донъя кубогын яулай (2004/2005 һәм 2005/2006 йылғы миҙгелдәрҙә), донъя чемпионатының көмөш (2005), бронза призёры (2003), Европа чемпионы (2005), Рәсәйҙең күп тапҡырҙар чемпионы һәм Рәсәй чемпионаттары призёры була.

Ике кешелек экипажда боб-старт буйынса донъя чемпионы (2004). Донъя чемпионаттарының көмөш (2003 — дүртәүле экипаж) һәм бронза (2000, 2001, 2004 — дүртәүле, 2003 — икәүле) призёры, боб-старт буйынса Рәсәй чемпионаттарының күп тапҡырҙар чемпионы һәм призёры.

Спорттағы карьераһын 11 йәштә Өфө ҡалаһы 22-се мәктәбенең спорт класына күскәс башлай. РСФСР-ҙың атҡаҙанған тренеры Агеев Әнүәр Ғабдулла улы тәүге тренеры, кәңәшсе-тәрбиәсеһе була. Алексей өмөтлө еңел атлет булһа ла, һуңғараҡ бобслейға күсергә тәүәккәлләй, унда халыҡ-ара кимәлдә ҙур уңыштарға өлгәшә.

Селиверстов менән Рәсәйҙең атҡаҙанған тренеры Р. Ш. Фәйезов, тренерҙар О. Б. Сухорученко, В. Г. Вагин шөғөлләнә[2].

Remove ads

Хоккей карьераһы

2009—2013 йылдарҙа — «Торос» (Нефтекама) командаһында физик әҙерлек буйынса тренер. «Торос» составында өлгәшкән уңыштары:

  • Юғары лига командалары араһында Асыҡ Бөтә Рәсәй ярышының көмөш призы (2010).
  • Юғары хоккей лигаһының Асылыу кубогы (2010, 2012).
  • Юғары лига командалары араһында Асыҡ Бөтә Рәсәй ярышының бронза призы (2011).
  • Ике тапҡыр «Братина» призы (2012, 2013).

2013 йылдың 9 майынан 2017 йылға тиклем — «Салауат Юлаев» хоккей клубының физик әҙерлек буйынса тренеры.

Remove ads

Иҫкәрмәләр

Һылтанмалар

Loading related searches...

Wikiwand - on

Seamless Wikipedia browsing. On steroids.

Remove ads