Синан

From Wikipedia, the free encyclopedia

Синан
Remove ads

Сина́н (15 апрель 1489(14890415), Кайсери (әрм. Мажак) — 7 февраль 1588, Истанбул) — Ғосман осорондағы иң билдәле төрөк архитекторы һәм инженеры. Тулы исеме Абдулмәннән уғлы Синанедди́н Йософ (төр. Abdülmennan oğlu Sinaneddin Yusuf), Хужа Мимар Синан Аға (рус. Ходжа́ Мима́р Сина́н Ага́, төр. Hoca Mimar Sinan Ağa исеме менән билдәле — уҡытыусы архитектор Синан әфәнде) һәм шулай уҡ Мима́р Сина́н (төр. Mimar Sinan — архитектор Синан). 1538 йылдан солтан Сөләймән I төҙөткән мәсет, шулай уҡ нығытмалар, күперҙәр һалыу һәм башҡа төҙөлөш эштәре менән етәкселек итә.

Ҡыҫҡа факттар Тыуған көнө, Тыуған урыны ...

Уның уҡыусыһы cүриә архитекторы Устада Иса Хан, Таж Мәхәл мавзолей-мәсет проекты авторы.

Remove ads

Биографияһы

Әрмән христиандары ғаиләһендә тыуа.[1][2][3][4][5][6][7][8][9][10][11]

(икенсе фараз буйынса, грек ғаиләһендә[12][13]) 1489 йылдың 15 апрелдә Кайсери янындағы ауылда (хәҙерге Төркиәнең Анатолия провинцияһы) тыуа. XX быуат урталарына тиклем әрмән ғаиләһендә тыуған тигән фараз хупланманы.[6]

1512 йылда уны ата-әсәһенән рекрутҡа (Ғосман империяһында мосолман булмаған халыҡҡа һалым) алалар, бынан һуң ул Истанбулға китә һәм ислам ҡабул итә. Ул ваҡытта уға 23 йәш була һәм йәше быйынса Эндерун юғары мәктәбенә үтмәй, шуға күрә Империя колледженың ярҙамсы мәктәбенә ебәрелә. Өс йыл үткәс мәктәпте тамамлап квалификациялы инженер һәм архитектор була, уҡырға инеп 6 йылдан үткәндән һуң, солтандың үлеме менән тамамланған, Родос утрауындағы Силема Беренсе хәрби компанияһында ҡатнаша.

Бөйөк Сөләймән солтан корпусы менән атлы ғәскәр составында Австрия походында ҡатнаша, был ваҡиғанан һуң капитан дәрәжәһенә тиклем күтәрелә һәм кадет пехота полкы менән командалыҡ итә, һуңынан Австрияла урынлашҡан 62-се уҡсылар полкы командиры итеп тәғәйенләнә.[14] Хәрби хеҙмәт ваҡытында Синан нығытма һәм бинадарға туп ата һәм, архитектор булараҡ, йомшаҡ урындарын өйрәнә.

1535 йылда король һаҡсылары командиры дәрәжәһендә Багдад компанияһында ҡатнаша һәм Ван күлендә һыу нығытмалары төҙөүҙә етәкселек итә.

1537 йылда солтан хәрби корпусы составында Молдавияға походта ҡатнаша, шул ваҡытта Прут йылғаһы аша бер нисә көндә күпер төҙөп солтандың иғтибарын йәлеп итә.[15]

Барлыҡ компаниялар барышында Синан үҙен булдыҡлы инженер һәм яҡшы архитектор итеп күрһәтә. 1538 йылда Ҡаһирә алына, солтан уны солтан һарайындағы баш архитектор итеп тәғәйенләй һәм уға ҡаланың төп планында булмаған теләһә ниндәй бинаны емереү хоҡуғын бирә.

1539 йылда Челеби Луфти Паша баш вәзир булғас, архитектор элек уның ғәскәрендә хеҙмет иткән, Синан Истанбул солтан һарайының баш архитекторы итеп тәғәйенләнә. Бөтә Осман империяһындағы төҙөлөштө контрольдә тотоу, бөтә төҙөлөш менән идара итеү (юлдар, күперҙәр, һыу үткәргестәр) уның бурысы була. Вазифала булған 50 йыл эсендә Синан үҙен контрольдә тоҡан минстрҙанда мөмкинлектәре киңерәк булған ҡеүәтле ойошма төҙөй. Ул буласаҡ архитекторҙар уҡый торған архитекторҙар үҙәге аса.

Үҙ ғүмерендә Синан 300-гә яҡын бина төҙөй — мәсеттәр, мәктәптәр, хәйриә ашханалары, дауаханалар, һыу үткәргестәр, күперҙәр, ҡауанһарайҙар, һарайҙар, мунсалар, кәшәнәләр, фонтандар төҙөй, күбеһе Истанбулда төҙөлә. Уның иң билдәле төҙөлөштәре — Шехзада мәсете, Сөләймән мәсете, Эдирндә Сәлимиә мәсете.

Уның ижадына Изге София Соборы архитекторы ҙур йоғонто яһай, һәм Синан хыялын тормошҡа ашыра — көмбәҙе Изге Софиянын бейегерәк булған мәсет төҙөй.

1588 йылдың 7 февралендә вафат була, Сөләймән мәсете янында үҙе эшләгән төрбәлә ерләнә.

Меркурийҙа Синан исеме менән кратерҙы атағандар..

Remove ads

Галерея

Иҫкәрмәләр

Һылтанмалар

Loading related searches...

Wikiwand - on

Seamless Wikipedia browsing. On steroids.

Remove ads