Смыслов Василий Васильевич
From Wikipedia, the free encyclopedia
Remove ads
Василий Васильевич Смыслов (24 март 1921 йыл — 27 март 2010 йыл) — СССР, һуңынан Рәсәй шахматсыһы. Шахмат буйынса 7-се донъя чемпионы (1957—1958). СССР чемпионы (1949). Өс тапҡыр донъя чемпионы (1938, 1942, 1944/45). СССР командаһы составында туғыҙ тапҡыр Бөтә донъя шахмат олимпиадаһы еңеүсеһе (1952, 1954, 1956, 1958, 1960, 1964, 1968, 1970, 1972). СССР командаһы составында Беренсе команда донъя чемпионаты еңеүсеһе (1985). СССР командаһы составында биш тапҡыр Европа чемпионаты еңеүсеһе (1957, 1961, 1965, 1970, 1973). Халыҡ-ара гроссмейстер (1950). СССР-ҙың атҡаҙанған спорт мастеры (1948), шахмат композицияһы буйынса халыҡ-ара арбитр (1957), шахмат теоретигы.
Remove ads
Биографияһы
6 йәшендә шахмат уйнарға өйрәнә — атаһы, Василий Осипович Смыслов (1881—1943), 1-се категориялы шахматсы була. Москворецкий Пионерҙар йортоноң шахмат секцияһында шөғөлләнә. 1938 йылда 1-се категория шахматсыларҙың Бөтә Союз турнирында 1-3-сө урындарҙы бүлешә, Мәскәү чемпионатында — 1-2-се урындарҙы. Мәскәү чемпионы (1942 һәм 1943/1944 йылдар — конкурстан тыш уйнаған М. Ботвинниктан һуң икенсе була). Оҫталар турниры: Куйбышев (1942) — 2-се урын, Свердловск (1943) — 3-4-се урындар. СССР-ҙың 18 чемпионаты ҡатнашыусыһы (1940 йылдан); яҡшы һөҙөмтәләре: 1940 йыл — 3-сө урын, 1941 йыл (илдең абсолют чемпионы исеме өсөн матч-турнир) — 3-сө, 1944 йыл — 2-се, 1947 йыл — 3-4-се урындар, 1949 йыл — 1-2-се урындар (Д. Бронштейн менән), 1955 йыл — 1-2-се урындар (өҫтәмә матчта Е. Геллерға еңелә), 1969 йыл — 3-5-се урын, 1971 йыл — 2-3-сө урын.
Гронинген турнирында (1946 йыл) 3-сө урын алып, Смыслов 1948 йылғы донъя беренселеге матч-турниры ҡатнашыусылдары иҫәбенә индерелә (2-се урын); шул ваҡыттан донъяның көслө шахматсылары төркөмөнә инә.
Remove ads
Иҫкәрмәләр
Әҙәбиәт
Һылтанмалар
Wikiwand - on
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Remove ads