Солтанәхмәт

From Wikipedia, the free encyclopedia

Remove ads

Солтанәхмәт, Солтан Әхмәт (төр. Sultanahmet) — Истанбул ҡалаһының иҫке ҡала яғындағы районы, ул ҡаланың (Истанбул) Алтын мөгөҙ һәм Босфор ҡултыҡтары бухталары һәм Мәрмәр диңгеҙе арауығында, Европа өлөшөндә урынлашҡан. Исеме солтан Әхмәт мәсетенән алынған. Был мәсет райондың уртаһында урынлашҡан һәм туристар өсөн бик таныш.

Thumb
Солтан Әхмәт районы панорамаһы

Район ҡаланың тарихи мәркәзе, Икенсе Римдең беренсе ҡалҡыулыҡтары һәм боронғо акрополь булып тора. 1985 йылда райондың тарихи өлөшө ЮНЕСКО-ның бөтә донъя тарихи ҡомартҡылар теҙмәһенә индерелгән.

Шулай уҡ районда Зәңгәр мәсет, Топкаптар һарайы, Изге София ғибәҙәтханаһы, Базилик цистерны һәм башҡа тарихи ҡомартҡылар урынлашҡан.

Remove ads

Һылтанмалар

Ҡыҫҡа факттар
Loading related searches...

Wikiwand - on

Seamless Wikipedia browsing. On steroids.

Remove ads