Соната

From Wikipedia, the free encyclopedia

Соната
Remove ads

Сона́та (итал. sonare — яңғырау) — соната формаһы тип аталған инструменталь музыка жанры. Фортепиано һәм камера оркестры өсөн ижад ителә. Ҡағиҙә булараҡ, соло һәм дуэт. Шулай уҡ соната тип музыкаль пьессалар йыйынтығын атайҙар.

Thumb
Лист Ференцтың (1852-53) Си-минор сонатаһының төп нөсхәһенең бер өлөшө.

Соната формаһы ике теманың ҡаршылыҡлы үҫештә менән бирелүе менән характерлы. Уға ике тональлектең ҡапма-ҡаршылығы, сюжеттың, ҡағиҙә булараҡ, тиҙләтелгән темпта барыуы хас. Соната XVII быуатта уҡ барлыҡҡа килә. Бер цикл эсендә темп яғынан дүрт өлөш: тиҙле темп — аҡрын — тиҙле — аҡрын темп. Ләкин был форма аҡрынлап үҙгәрешкә дусар була. Соната үҙенең иң юғары дәрәжәһенә Гайдн, Моцарт, Бетховен ижадтарында ирешә. Бетховен сонаталары тирән эстәлеклелек, образдарның көслөлөгө, эске конфликтлылығы менән характерлана. Соната формаһы Ф. Шопен, P. Шуман, Ф. Лист, И. Брамс, Э. Григ һ. б. тарафыннан ҡулланыла һәм үҫтерелә. XX быуатда M. Равель, К. Дебюсси, A. Скрябин, C. Прокофьев, Д. Шостакович, П. Хиндемит, Б. Барток һ. б. композиторҙар соната жанры өҫтөндә актив эшләҙәр[1].

Remove ads

Иҫкәрмәләр

Loading related searches...

Wikiwand - on

Seamless Wikipedia browsing. On steroids.

Remove ads