Степанов Александр Сергеевич
From Wikipedia, the free encyclopedia
Remove ads
Степанов Александр Сергеевич (30 апрель 1990 йыл) — спортсы, ҡаяға менеү буйынса Рәсәйҙең спорт мастеры (2005), үҫмер спортсыларҙың донъя беренселеге еңеүсеһе.
Remove ads
Биографияһы
Александр Сергеевич Степанов 1990 йылдың 30 апредендә Башҡорт АССР-ының баш ҡалаһы Өфөлә тыуған.
Спорт карьераһы
Иң яҡшы һөҙөмтәләре:
- Үҫмер спортсыларҙың донъя беренселеге — 1-се урын — тиҙлек (Пекин, 2005)
- Үҫмерҙәрҙең Европа кубогы этабы — 2 урын — тиҙлек (Гданьск, 2006)
- Үҫмерҙәрҙең Европа кубогы этабы — 3 урын — тиҙлек (Оло-Тырново, 2006)
- Үҫмерҙәрҙең Европа кубогы этабы — 3 урын — икебәйге (Оло-Тырново, 2006)
- Рәсәй кубогы — 3 урын — тиҙлек (Красноярск, 2009)
- Бөтә Рәсәй ярышы — 1 урын — тиҙлек (Калининград, 2007)
- Рәсәй студенттары чемпионаты — 3 урын — ҡыйынлыҡ (Екатеринбург, 2009)
- Рәсәй Кубогы этабы «Белая река» — 4 урын — икебәйге (Өфө, 2005)
- Рәсәй Кубогы финалы — 4 урын — тиҙлек (Калининград, 2005)
- Рәсәй Кубогы этабы — 4 урын — боулдеринг (Дзержинский, 2006)
- Рәсәй чемпионаты — 4 урын — күпбәйге (Өфө, 2006)
- Рәсәй үҫмерҙәр беренселеге — 1-се урын — тиҙлек (Воронеж, 2003)
- Рәсәй үҫмерҙәр беренселеге — 1-се урын — ҡыйынлыҡ (Екатеринбург, 2004)
- Рәсәй үҫмерҙәр беренселеге — 1-се урын — тиҙлек (Воронеж, 2005)
- Рәсәй үҫмерҙәр беренселеге — 1-се урын — икебәйге (Воронеж, 2007)
- Рәсәй үҫмерҙәр беренселеге — 1-се урын — икебәйге (Киров, 2008)
2007, 2008, 2010 йылдарҙа Рәсәй йыйылма командаһы составына инә.
2004 йылдан 2009 йылға тиклем Бөтә Рәсәй йәштәр йыйылма командаһы ағзаһы.
Статистика
Александр Степанов спорт карьераһы дауамында 184 ярышта ҡатнаша (шул иҫәптән 29 Халыҡ-ара һәм 88 Бөтә Рәсәй ярыштарында). Ҡаяға менеү менән шөғөлләнгән осорҙа яулай:
- 113 алтын миҙал (шул иҫәптән 8 Халыҡ-ара һәм 32 Бөтә Рәсәй ярыштарында),
- 53 көмөш миҙал (шул иҫәптән 1 Халыҡ-ара һәм 30 Бөтә Рәсәй ярыштарында),
- 38 бронза миҙал (шул иҫәптән 6 Халыҡ-ара һәм 24 Бөтә Рәсәй ярыштарында).
Башҡа спорт төрҙәре
- Шахмат — 3-сө разряд (1999)
- Спорт гимнастикаһы — 1-се үҫмерҙәр разряды (1999)
- 2017 йылдан алып, еңел атлетика менән шөғөлләнә, 2-се разрядҡа эйә (2019).
Remove ads
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
- 2003—2007 йылдар — Башҡортостан Республикаһы Президенты стипендиаты
- 2007 йыл — «Уҡыуҙа айырым уңыштары өсөн» көмөш миҙал
- 2008 йыл — 2006 йылдың 6 апрелендә Рәсәй Федерацияһы Президентының 325-се һанлы «Һәләтле йәштәргә дәүләт ярҙамы саралары тураһында» указы менән билдәләнгән һәләтле йәштәргә ярҙам буйынса премия лауреаты
- 2008 йыл — Өфө дәүләт авиация техник университетының иң яҡшы спортсыһы
- 2009 йыл — Өфө дәүләт авиация техник университетының иң яҡшы спортсыһы
Һылтанмалар
Wikiwand - on
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Remove ads