Стэнфорд университеты
From Wikipedia, the free encyclopedia
Remove ads
Стэнфорд университеты[65][66], шулай уҡ Станфорд университеты[67][68][69][70] (ингл. Stanford University; тулы исеме ингл. Stanford University Leland Junior, кесе Леланд Стэнфорд исемендәге университет) — АҠШ-тың шәхси тикшеренеү университеты, АҠШ-та һәм донъяла иң абруйлы һәм юғары рейтинглы университеттарҙың береһе. Пало-Альто ҡалаһы янында урынлашҡан (Сан-Францисконан көньяҡтараҡ).
Remove ads
Ҡыҫҡаса характеристика
Стэнфордта АҠШ-тан һәм бөтә донъянан 7000-дән ашыу студент һәм 9000-дән ашыу аспирант уҡый. Уҡытыу күп кенә факультеттарҙа алып барыла (тулы исемлеген ҡарағыҙ), улар араһында юридик, медицина, техник, музыкаль һәм башҡалар. Структураһына шулай уҡ төрлө мәктәптәр (Стэнфорд юғары бизнес мәктәбе кеүек) һәм фәнни-тикшеренеү үҙәктәре (CCRMA кеүек) инә. Университет Кремний үҙәнендә урынлашҡан. Уны тамамлаусылар Hewlett-Packard, Electronic Arts, Sun Microsystems, Nvidia, Yahoo!, Cisco Systems, Silicon Graphics һәм Google кеүек компаниялар ойошторалар.
Стэнфорд студенттары 36 спорт төрө буйынса ярыштарҙа ҡатнашалар[71], ә университет үҙе ике шәхси университеттарҙың береһе булып тора, улар Pacific-12 конференцияһының беренсе футбол дивизионында ярышалар. Университетта спорт программаһы эшләгән осорҙа, уның студенттары NCAA-ның 105 чемпион титулын яулай, был бөтә уҡыу йорттары араһында икенсе күрһәткес булып тора[72].
Университет Стэнфорд фәнни-тикшеренеү паркы тип аталған фәнни-сәнәғәт территориаль комплексты үҙ эсенә ала.
Remove ads
Тарихы
Стэнфордҡа тимер юл магнаты, АҠШ-тың сенаторы һәм Калифорнияның элекке губернаторы Леланд Стэнфорд һәм уның ҡатыны Джейн Стэнфорд нигеҙ һала. Университет уларҙың берҙән-бер улы (кинйә), 1884 йылда вафат булған һәм 16 йәшен тултыра алмаған Леланд Стэнфорд хөрмәтенә аталған. Стэнфордтар университетты үҙҙәренең берҙән-бер улына бағышларға ҡарар итәләр, һәм Леланд ҡатынына: «Калифорния балалары беҙҙең балаларыбыҙ булыр» тип әйтә.
Сенатор һәм миссис Стэнфорд Гарвард университеты президенты Чарлз Элиотҡа киләләр (Charles Eliot) һәм унан Пало-Альтола икенсе Гарвардты төҙөү өсөн күпме аҡса кәрәк булыр ине тип һорайҙар. Элиот 5 миллион доллар суммаһын атай. Әммә Корнелл университеты президенты Э. Д. Уайтҡа Стэнфордтың тәүге ректоры булырға тәҡдим иткәс, ул итәғәтле баш тарта[73][74]. Бының урынына Э. Д. Уайт уларға Дэвид Старр Джорданды, үҙенең элекке студенты һәм Индиан университеты президентын тәҡдим итә. Һөҙөмтәлә, үрмәле гөл Лигаһы лидерҙарына ике тапҡырға күберәк эш хаҡы тәҡдим иткән булһалар ҙа, Стэнфордтар ошо кандидатурала туҡталалар[75].
Яңы университеттың Дэвид Джордан һайлаған девизы ошолай яңғырай: «Die Luft der Freiheit weht» (Азатлыҡ елдәре иҫә) — Ульрих фон Гуттендан өҙөк. Был девизға бигерәк тә Беренсе Бөтә донъя һуғышы башланғас, немец телендә әйтелгән бөтә һүҙҙәр ҡабул ителмәгәндә, шикләнеп ҡарайҙар. Шул саҡта университет был девиз рәсми түгел тип иғлан итә[76].
Университетта Филип Зимбардо Стэнфорд төрмә тәжрибәһе үткәрә[77].
Remove ads
Рейтингы
2011 йылда Стэнфорд университеты донъя университеттары Академик рейтингында икенсе позицияны биләй[78], Forbes версияһы буйынса АҠШ-тың иң яҡшы юғары уҡыу йорттары рейтингында бишенсе урында[79], Washington Monthly баҫмаһы милли рейтингында дүртенсе урынға сыҡҡан[80] һәм U. S. News & World Report рейтингында бишенсе урында[81].
2018 йылда Стэнфорд университеты Reuters агентлығының донъяның иң инновацион университеттары рейтингында дүртенсе тапҡыр беренсе урынды биләй[82].
Әҙәбиәт
- Margo Davis: The album Stanford: a history photographic, 1895—1945. Stanford Univ., Stanford, Calif. 1989, ISBN 0-8047-1639-0.
- Leslie Stuart W.: Cold Science and The American War: The Military-Industrial-Academic MIT and at Complex Stanford. Columbia University Press, New York [u. a] 1993, ISBN 0-231-07958-3.
- Rebecca Lowen S.: University Creating Cold the War: The of Stanford Transformation. Press University of California, Berkeley 1997, ISBN 0-520-20541-3.
Remove ads
Иҫкәрмәләр
Һылтанмалар
Wikiwand - on
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Remove ads