Стәрлебаш районы
From Wikipedia, the free encyclopedia
Remove ads
Стәрлебаш районы (рус. Стерлибашевский район) – Башҡортостан Республикаһындағы муниципаль район. Административ үҙәге – Стәрлебаш ауылы.
Remove ads
Этимологияһы
1930 йылда кантон системаһын район системаһына күскән саҡта райондарҙың исеме район үҙәгенән алынған. Стәрлебаш районының атамаһы район үҙәге Стәрлебаш ауылына бәйле. Стәрлебаш ауылы үҙ сиратында Стәрле йылғаһынан алынған.
Географик урыны
Халыҡ һаны
1939 йылдан башлап халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса районда даими йәшәгән халыҡ һаны (кеше):
Билдәле шәхестәр
- Арыҫланғолов Барый Кинйәбулат улы (26.02.1926—6.10.1996), совет партия һәм дәүләт эшмәкәре, 1973—1985 йылдарҙа КПСС район комитетының беренсе секретары. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. КПСС-тың XXV съезы делегаты, Башҡорт АССР-ының 9-сы һәм 10-сы саҡырылыш Юғары Советы депутаты. Ике Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ, ике «Почёт Билдәһе» һәм II дәрәжә Ватан һуғышы ордендары кавалеры. Иҫке Ҡалҡаш ауылынан.
- Арыҫланғолов Фәнил (Фаил) Тимерхан улы (1.04.1954), баянсы. 1981 йылдан Башҡорт дәүләт академия драма театрының баянсыһы, 1994 йылғаса — музыкаль бүлек мөдире. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1989). Волга буйы баянсыларының төбәк конкурсы дипломанты (Ульяновск, 1974). Иҫке Ҡалҡаш ауылынан[20].
- Ғиззәтуллин Ринат Сәхи улы (19.03.1949), ғалим-зоотехник, юғары мәктәп уҡытыусыһы. 1995—2000 йылдарҙа Башҡорт дәүләт аграр университетының кафедра мөдире. Ауыл хужалығы фәндәре докторы (2005), профессор (2006). Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары профессиональ белем биреү хеҙмәткәре (2010). Стәрлебаш ауылынан[21].
- Иҫәнғолов Афзалетдин Ғиззәтулла улы (14.09.1928—25.05.2004), хужалыҡ эшмәкәре. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1973). СССР‑ҙың почётлы нефтсеһе (1972) һәм Дәүләт премияһы лауреаты (1972). Йәлембәт ауылынан.
- Рәхимов Таһир Тимерхан улы (25.09.1953), театр һәм кино актёры. 1993 йылдан Мәскәүҙең «П. Фоменко оҫтаханаһы» театры актёры. Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған артисы (2007), «Чайка» театр премияһы лауреаты (2004). Стәрлебаш ауылынан[22].
- Туҡаев Мөхәмәтшакир Мөхәмәтхарис улы (14.01.1862—1932 йыл), ахун, Өфө губернаһынан Рәсәй империяһының II һәм III саҡырылыш Дәүләт Думаһы депутаты, башҡорт. Стәрлебаш ауылынан.
- Мерәсев Рәхим Зәки улы (14.1.1940 ), БДУ-ның роман һәм герман филологияһы факультеты деканы, филология фәндәре докторы. Әмир ауылынан
Remove ads
Иҫкәрмәләр
Әҙәбиәт
Һылтанмалар
Wikiwand - on
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Remove ads