Субстантивлашыу
From Wikipedia, the free encyclopedia
Remove ads
Субстантивлашыу (лат. substantivum — исем), — һүҙ төркөмдәренең (сифат, ҡылым, рәүеш, һан), предметты атау һәләте алып, исем һүҙ төркөмөнә күсеүе[1], (йәғни «кем?» йәки «нимә?» һорауына яуап биреүе). Субстантивлашыу — транспозицияның айырым бер осрағы[2], морфологик булмаған һүҙъяһалыштың морфологик-синтаксик ярҙамсы ысулына ҡарай.
Субстантивлашыуға дусар була алған һүҙ төркөмдәренә миҫалдар:
- сифат: «оҫтаны саҡырҙылар»
- рәүеш: «аҙ күпкә буйһонор»
- һан: «икенселәр класҡа инде», «берәүҙән икәү яҡшы»,
- сифат ҡылым: «ҡайтыусылар ҙа, ҡаршылаусылар ҙа таралышып бөттө»
- исем ҡылым: ишетеүҙән күреү яҡшы.
Remove ads
Cубстантивлашыу төрҙәре
Субстантивлашыу тулы һәм өлөшләтә була.
Тулы субстантивлашыу бер һүҙ төркөмөнә ҡарарған һүҙҙең икенсе һүҙ төркөмөнә тулыһынса күсеүенән тора.
Өлөшләтә (тулы булмаған<[1]) субстантивлашыуға һүҙ ике һүҙ төркөмөнә лә ҡарай (хәрби табип һәм хәрби, балаһыҙ ғаиләләр һәм балаһыҙҙар, һалҡын ҡыш һәм һалҡындар башланды).
Окказиональ субстантивлашыу ваҡытында һүҙ контекста ғына икенсе һүҙ төркөмө билдәләрен ала. Мәҫәлән, һайланған һаҙға батҡан.
Remove ads
Иҫкәрмәләр
Wikiwand - on
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Remove ads