Суздальцев Александр Иванович
From Wikipedia, the free encyclopedia
Remove ads
Александр Иванович Суздальцев (12 октябрь 1937 йыл) — нефть һәм газ сығарыу буйынса оператор, рационализатор, Социалистик Хеҙмәт Геройы (1977).
Remove ads
Биографияһы
Александр Иванович Суздальцев 1937 йылдың 12 октябрендә БАССР-ҙың Красноусол районы (хәҙерге Ғафури районы) Красноусол ҡасабаһында тыуа. 1958—1961 йылдарҙа Алыҫ көнсығыш хәрби округында әрме хеҙмәтен үтә.
1956—1958 йылдарҙа «Октябрьскнефть» нефть промыслаһы идаралығының 3-сө промыслаһының ер аҫты ремонттары операторы, 1964 йылдан Төмән өлкәһенең Сургут ҡалаһында «Нижневартовскнефть» НПУ-һы операторы.
1980 йылда уның рационализаторлыҡ тәҡдиме йылына 28 мең экономия килтерә.
Самотлор нефть ятҡылығын иң тәүге үҙләштереүселәрҙең, 12 самотлорсының һәм 22 Башҡортостан нефтселәре — Социалистик Хеҙмәт Геройҙарының береһе[1][2].
1976 йылда 50 скважиналарын хеҙмәтләндереүгә күсә (норманан ике тапҡырға артығыраҡ)[3].
1964 йылда Мегионда танкерға беренсе сәнәғәт нефтен ҡоя.
Мәскәүҙә үткән Бөтә Союз уйлап табыусылар һәм рационализаторҙар йәмғиәтенең V съезы, СССР профсоюздарының XVIII съезы делегаты.
Хаҡлы ялға сыҡҡас Александр Суздальцев Туймазы районында йәшәй, район ветерандар советы активисы.
Remove ads
Наградалары
- Социалистик Хеҙмәт Геройы (1977)
- Ленин ордены (1977)
- ике Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены
- «Көнбайыш Себерҙең ер аҫты байлыҡтарын үҙләштергән һәм нефть-газ комплексын үҫтергән өсөн» миҙалы
Шулай уҡ ҡарағыҙ
Иҫкәрмәләр
Һылтанмалар
Wikiwand - on
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Remove ads