Сьерра-Леоне
From Wikipedia, the free encyclopedia
Remove ads
Сьерра-Лео́не республикаһы — Көнбайыш Африкалағы Атлантик океан яры буйында урынлашҡан дәүләт. Гвинея һәм Либерия менән сиктәш. Майҙаны — 72 тыс. км². Баш ҡалаһы — Фритаун ҡалаһы.
Сьерра-Леоне минерал, ауыл хужалығы, балыҡ ресурстарына бай, шулай ҙа донъялағы иң фәҡир илдәрҙең береһе. 2009 йылда йән башына төшкән продукт — 900 долл. (донъяла 215-се урын). Халыҡтың 70 % тирәһе ярлылыҡ аимәленән түбәнерәк йәшәй.
Эшләүселәрҙең яртыһы натуралы ауыл хужалығы менән шөғөлләнә: дөгө, кофе, какао, пальмы (сәтләүек һәм май), арахис үҫтереү; мал аҫраү; балыҡсылыҡ.
Сәнәғәттә — алмаздар сығарыу, һыра, сигарет, аяҡ кейемдәре етештереү.
Remove ads
Халҡы
Халҡы — 5,2 млн (2010).
Этник составы — абориген 20 ҡәбилә халыҡтың 90 % алып тора (темне — 30 %, менде — 30 %, другие — 30 %), креолдар (Кариб диңгеҙендә азат ителгән ҡол-негрҙар нәҫеле)) — 10 % тирәһе, аҡ раса, ғәрәп һәм индийцтәр.
Телдәр — инглиз (рәсми тел, халыҡтың күп өлөшө белмәй), менде (көньяғында таралған), темне (төньяғыгда таралған), крио (инглиз теле нигеҙендә крео телен халыҡтың 95 % аңлай).
Диндәр: мусульмандар — 60 %, абориген культтары — 30 %, христиандар — 10 % (англикандар, методисттар, католиктар, адвентисттар һ.б.).
Remove ads
Иҫкәрмәләр
Һылтанмалар
Wikiwand - on
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Remove ads