Сәлимгәрәев Рафаэль Әғләм улы
From Wikipedia, the free encyclopedia
Remove ads
Сәлимгәрәев Рафаэль Әғләм улы (7 октябрь 1948 йыл) — скульптор, биҙәү-ҡулланма сәнғәте рәссамы. 1982 йылдан алып СССР Рәссамдар союзы ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған рәссамы (1995). Рәсәй Федерацияһының почётлы махсус урта белем биреү хеҙмәткәре (2003).
Remove ads
Биографияһы
Рафаэль Әғләм улы Сәлимгәрәев 1948 йылдың 7 октябрендә Өфөлә тыуған.
1968 йылда 2-се Өфө педагогия училищеһының художество-графика бүлеген тамамлай, 1979 йылда — Башҡорт дәүләт педагогия институтының тарих факультетын тамамлай.
Өфө ҡалаһында йәшәй. Балсыҡ менән эшләй. Сәлимгәрәев Рафаэль Әғләм улы эштәренең күп өлөшө — интерьерҙы биҙәү өсөн тәғәйенләнгән декоратив күләм‑киңлекте сағылдырған композициялар.
1982 йылдан СССР Рәссамдар союзы, 1995 йылдан «Артыш» ижади берекмәһе ағзаһы.
1995–2013 йылдарҙа 2‑се Өфө педагогия колледжында, 2007 йылдан башлап Көнсығыш иҡтисади‑юридик гуманитар академияла уҡыта.
Рәссамдың эштәре Өфөлә М. В. Нестеров исемендәге Башҡорт дәүләт художество музейында, Башҡортостан Республикаһы Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Янғын һүндереү идаралығы музейында, Мәскәүҙә «Рәсәй һынлы сәнғәте» Дәүләт музей-күргәҙмә үҙәгендә, Магнитогорск картиналар галереяһында, Рәсәйҙә һәм сит илдәрҙә шәхси йыйылмаларҙа һаҡлана.
Remove ads
Эштәре
«Ҡояш ванналары» (шамот утҡа сыҙамлы балсыҡ), таштуҫтаҡ «Сәскәләр» (шамот, эмаль, глазурь), бәләкәй скульптура формалары әйберҙәре, барельефтар, декоратив таштабаҡтар, вазалар һәм башҡалар.
Күргәҙмәләр
Сәлимгәрәев Рафаэль Әғләм улы — 1974 йылдан алып республика, зона, төбәк, төбәк-ара, Бөтә Рәсәй, Бөтә Союз һәм сит ил күргәҙмәләрендә ҡатнаша. Шәхси күргәҙмәләре Вроцлав ҡалаһында (Польша, 1993), Берлин, Дюссельдорф ҡалаларында (Германия, 1994), Өфө ҡалаһында (2007) үтә.
Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре
Һылтанмалар
http://www.shrb.ru/decorative/salimgareev.htm
http://eng.bashvest.ru/eng/showinf.php?id=17439(недоступная+ссылка)
Wikiwand - on
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Remove ads