Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты (Өфө)

From Wikipedia, the free encyclopedia

Remove ads

Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө федераль тикшеренеүҙәр үҙәгенең Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты — Башҡортостандың иң өлкән ғилми учреждениеһы[2]. 1932 йылдың 5 мартында ойошторола. 1982 йылда Институт «Почёт Билдәһе» ордены менән бүләкләнә.

Ҡыҫҡа факттар Нигеҙләү датаһы, Рәсми атамаһы ...

Ҡыҫҡа факттар Нигеҙләнгән, Төрө ...

Тикшеренеү эшмәкәрлеге алып барылған бөтә осор эсендә Институт тарафынан 600-ләп ғилми хеҙмәт баҫтырылған. ТТӘИ эргәһендә «Башҡорт энциклопедияһы» төркөмө ойошторола, һуңынан ул үҙаллы подразделение булып айырылып сыға.

ТТӘИ-ҙең «Археология», «Этнография», «Ватан тарихы», «Рәсәй халыҡтары әҙәбиәте», «Фольклористика», «Төрки телдәр», «Сәнғәт ғилеме» специальностары буйынса үҙ аспирантураһы бар, уларҙа 26 аспирант һәм 37 дәғүә итеүсе уҡый[3].

Ун хеҙмәткәрҙең хеҙмәте — Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге Дәүләт премияһы, өсөһөнөкө — В. П. Бирюков исемендәге Урал премияһы, береһенеке Ғ. Сәләм исемендәге премия менән билдәләнгән, Институттың ике тиҫтәгә яҡын ғалимы Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡортостан Республикаһының почетлы исемдәрен йөрөтә.

Remove ads

Бүлектәре

Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты 7 бүлектән тора:

  • археологик тикшеренеүҙәр бүлеге;
  • этнология бүлеге;
  • Башҡортостан тарихы бүлеге;
  • Башҡортостандың яңы тарихы бүлеге;
  • тел белеме бүлеге (лингвистика һәм мәғлүмәт технологиялары лабораторияһы менән);
  • фольклористика бүлеге;
  • әҙәбиәт ғилеме бүлеге.

Уларҙа 70 ғилми хеҙмәткәр, шул иҫәптән 1 Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы академигы, 9 фән докторы, 38 фән кандидаты, эшләй.

Remove ads

Тарихы

1922 йылда Башҡорт АССР-ы Мәғариф халыҡ комиссариаты эргәһендә Академик үҙәк асыла, ә уның ҡарамағында «Башҡортостанды өйрәнеү йәмғиәте» ойошторола. Уның маҡсаты башҡорттарҙың көнкүрешен, тарихын, мәҙәниәтен өйрәнеү була. Тәүҙә унда 10 кеше эшләй.

1930 йылда республика Халыҡ Комиссарҙары Советы эргәһендә Башҡортостан комплекслы ғилми-тикшеренеү институты асыла. Тиҙҙән Институт үҙгәртеп ойошторола.

1931 йылда Комплекслы институт базаһында Милли мәҙәниәт институты асыла. 1932 йылдың 4 мартында Институт буйынса беренсе бойороҡ сығарыла. Ошо көн Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты эшмәкәрлегенең башы булып тора:

«Беренсе марттан Башҡортостан милли мәҙәниәт ғилми-тикшеренеү институты директоры вазифаһын үтәй башланы. Директор М.Солянов»[4].

Башҡортостан Республикаһы тарихын өйрәнеүгә ҙур өлөш индергән ғалимдар: Ҡ. З. Әхмәров, И. Ғ. Ғәләүетдинов, В. А. Иванов, Э. Ф. Ишбирҙин, Р. Ғ. Кузеев, Н. Х. Мәҡсүтова, С. Ф. Миржанова, Ғ. Й. Рамазанов, К. В. Сальников, Ә. М. Сөләймәнов, З. Ғ. Ураҡсин, Х. Ф. Усманов, Ә. И. Харисов, Ғ. Б. Хөсәйенов һ.б.

Remove ads

Институттың атамалары

Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө фәнни үҙәге Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты 1932 йылда Башҡортостан комплексы ғилми-тикшеренеү институты (1930) базаһында Башҡортостан милли мәҙәниәт ғилми-тикшеренеү институты сифатында ойошторола. 1936 йылда Башҡортостан тел һәм әҙәбиәт ғилми-тикшеренеү институты итеп үҙгәртелә. 1943 йылда М. Ғафури исемендәге Башҡортостан тарих, тел һәм әҙәбиәт ғилми-тикшеренеү институтына әүерелә. Хәҙерге атамаһында — 1951 йылдан, шул уҡ ваҡытта институт СССР Фәндәр академияһы Башҡортостан филиалы составына индерелә.

2019 йылдың февраленән рәсми атамаһы: Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө федераль тикшеренеүҙәр үҙәгенең Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты

Етәкселәре

Төрлө осорҙа институттың етәкселәре:

  • Солянов Михаил Арефьевич (1932, март — сентябрь)
  • Чанышев Әмир Иҙрис улы (1932, сентябрь — 1933, апрель), яҙыусы, шағир, филология фәндәре кандидаты;
  • Амантаев Абдулла Сәхибгәрәй улы (1933, май — 1936, апрель), (1937, апрель — октябрь), яҙыусы, шағир;
  • Таһиров Афзал Мөхөтдин улы (1936, октябрь — 1937, апрель), дәүләт эшмәкәре һәм яҙыусы, БАССР Үҙәк Башҡарма Комитеты рәйесе (1931—1937);
  • Усманов Әбүбәкер Нурйән улы (1937, декабрь — 1939, сентябрь), (1943, июнь — 1951, март), тарих фәндәре кандидаты, ВКП(б) өлкә комитеты секретары (1941—1943);
  • Хамматов Хәлил Хәйрулла улы (1939, сентябрь — 1941, июнь);
  • Байков Шаһисолтан Шаһимәрҙән улы (1941, июнь — 1942, февраль);
  • Ҡудашев Афзал Ғәлләм улы (1942, февраль — 1943, июнь), әҙәбиәт белгесе, библиограф, филология фәндәре кандидаты;
  • Йәнгиров Мәрүән Йәнгир улы (1951, март — 1952, июль), партия эшмәкәре, тарих фәндәре кандидаты, ВКП(б) өлкә комитетының икенсе секретары (1945—1947);
  • Типеев Шәмсүн Ислам улы (1952, июль — 1954, апрель), тарих фәндәре кандидаты, СССР Фәндәр академияһы БФ Президиумы рәйесе урынбаҫары (1951—1952);
  • Харисов Әхнәф Ибраһим улы (1954, декабрь — 1963, декабрь), әҙәбиәт белгесе, лингвист, филология фәндәре докторы;
  • Сайранов Хәйҙәр Сайран улы (1963, декабрь — 1980, февраль), тарих фәндәре кандидаты, партия эшмәкәре, КПСС өлкә комитеты секретары (1954—1963);
  • Усманов Хәмзә Фәтих улы (1980, февраль — 1988, май), тарих фәндәре докторы, профессор, Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының почетлы академигы;
  • Ураҡсин Зиннур Ғәзиз улы (1988, май — 2002, февраль), филология фәндәре докторы, профессор, Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы академигы;
  • Илешев Илдус Ғөбәйҙулла улы (2002, февраль — 2005, февраль), сәйәси фәндәр докторы, Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте рәйесе урынбаҫары, Башҡортостан Республикаһы мәҙәниәт һәм милли сәйәсәт министры (2005—2010 йй.);
  • Хисамитдинова Фирҙәүес Ғилмитдин ҡыҙы (2005—2015), филология фәндәре докторы, профессор.
  • Псәнчин Айбулат Вәли улы (2016 йылдан вазифа башҡарыусы), география фәндәре докторы.
  • Рәхмәтуллина Зөһрә Йыһанур ҡыҙы (2021 йылдың 18 ноябренән)
Remove ads

Һылтанмалар

Иҫкәрмәләр

Loading related searches...

Wikiwand - on

Seamless Wikipedia browsing. On steroids.

Remove ads