Таганрог металлургия заводы

From Wikipedia, the free encyclopedia

Remove ads

"Таганрог металлургия заводы "Асыҡ акционерҙар йәмғиәте (ААЙ «ТАГМЕТ») — рәсәй металлургия кәсепханаһы, Рәсәйҙәге торбалар эшләүсе иң ҙур металлургия кәсепханаһы (предприятие). Ул «Оло һигеҙ» торбалар эшләү заводына ҡарай[2]. Ҡорос һәм торбалар сығарыуҙа махсуслашҡан. Торба металлургия компанияһына инә[3].

Ҡыҫҡа факттар Тип, Нигеҙләнгән йыл ...
Remove ads

Заводтың исемдәре

  • 1896—1922 йылдар — Таганрог металлургия заводы
  • 1922—1930 йылдар — «Югсталь» заводы
  • 1930—1957 йылдар — А. А. Андреев исемендәге Таганрог металлургия заводы
  • 1957—1971 йылдар — Таганрог металлургия заводы
  • 1971—1992 йылдар —Октябрь революцияһы орденлы Таганрог металлургия заводы
  • 1992—1998 йылдар — «Таганрог металлургия заводы» АЙ
  • 1998—2015 йылдар « Таганрог металлургия заводы» ААЙ / «ААЙ ТАГМЕТ»
  • 2015 йылдан алып хәҙерге ваҡытта— ЕАЙ «Таганрог металлургия заводы» / ЕАЙ «ТАГМЕТ»
Remove ads

Тарих

Таганрогта 1896 йылда титуляр кәңәшсе Н. Т. Флиге һәм бельгия подданныйҙары граф П. де Гемптин, Л. Тразенстер һәм Ю. Б. Герпеньи металлургия заводы төҙөү өсөн Рус-Бельгия акционерҙары йәмғиәтен барлыҡҡа килтерәләр. Уның төп акционеры Бельгия гражданы Альберт Нев була. Ул Көньяҡ-Көнсығыш тау идаралығына завод төҙөү " Бельгия капиталистары булған Угрэ(Бельгия) Металлургия акционерҙар йәмғиәте" һәм Француз торбалар заводы йәмғиәте акционерҙары, шулай уҡ Бельгияның Жюпильи ҡорос прокатлау заводы акционерҙары инициативаһында алып барыла "[4] ип хат яҙған.

Льеж ҡалаһының иҫке бельгия заводы фирмаһы «Джон Коккерилдән» завод йыһаздары һүттерелеп Таганрогҡа ксереп килтерелгән.

Заводты рәсми асыу тантанаһы 1897 йылдың 28 июнендә үтә. Был ваҡытҡа заводтың беренсе домна һәм мартен мейестәре тоҡандырыла, листопрокат цехын әҙерлек һыҙығына ҡуялар[5].

Беренсе продукцияны завод 1897 йылдың 27 сентябрендә сығара. Бельгия инженерҙары, урта звено етәкселәре улар өсөн завод янында «Колонка» районында махсус төҙөлгән дйорттарға урынлаштырыла[6].

1914 йылда завод хәрби продукция: броня биттәр, шрапнель гранаталары — сығара.

1913 йылдың яҙында Таганрог металлургия йәмғиәте Керчь металлургия комбинатын һатып ала.

1918 йылда завод хөкүмәткә алына.

Remove ads

Завод продукцияһы

Thumb
Таганрог металлургия заводы корпустары

Завод директорҙары

  • с 2016 по настоящее время — С. И. Билан[7][8]
  • с 2011 по 2016 — Д. А. Лившиц[9]

Заводтың баш инженерҙары

Remove ads

Һылтанмалар

Сығанаҡтар

Loading related searches...

Wikiwand - on

Seamless Wikipedia browsing. On steroids.

Remove ads