Тадрарт-Акакус

Ливиялағы тау массивы From Wikipedia, the free encyclopedia

Тадрарт-Акакусmap
Remove ads

Акакус, йәки Тадрарт-Акакус, ғәр. تدرارت أكاكوسЛивия биләмәһендәге Сахара сүллегендә тау массивы. Ливия ҡалаһы Гаттан көнсығышҡа ҡарай урынлашҡан һәм Алжир сигенән яҡынса 100 км төньяҡҡа һуҙыла. Tadrart һүҙе туарег төркөмөндәге тамахак телендә «тау» тигәнде аңлата.

Ҡыҫҡа факттар Тау һырты, Дәүләт ...

Thumb
Ливияның көнбайышында Акакус тауҙары, Сахара.
Thumb
Тадрарт-Акакуста ҡая һүрәттәре
Thumb
Тадрарт-Акакуста ҡаялар
Remove ads

Ландшафты

Акакус массивының ландшафты бик күп төрлө: төҫлө ҡом дюналарынан алып тау аркаларына, тарлауыҡ, айырым торған ҡаялар, тәрән йырындар һәм кипкән йылғалар үҙәненә (вади) тиклем. Төп иҫтәлекле урындары араһында — Афзеджаре һәм Тин-Хлега тау аркалары. Был өлкә Сахарала иң ҡороһо булһа ла, бында үҫемлектәр бар, мәҫәлән, бейек калотропис үҫә, ә тауҙарҙа шишмәләр, хатта ҡоҙоҡтар бар[2]

Ҡаялағы һүрәттәр

Акакус тау массивы өлкәһе ҡаялағы һүрәттәре менән билдәле, улар 1985 йылда ЮНЕСКО-ның Бөтә донъя мираҫы иҫәбенә индерелгән. Һүрәттәр үҙ эсенә бик мөһим осорҙо ала, беҙҙең эраға тиклем 12 000 — б.э. 100 йылдарына ҡарай һәм урындағы ланшафтта, флора һәм фауналағы байтаҡ үҙгәрештәрҙе сағылдыра[3] . Һүрәттәрҙә кешеләр, шулай уҡ жираф, фил, страус, дөйәләр һәм аттар төшөрөлгән. Кешеләр төрлө ғәҙәти осраҡтарҙа һүрәтләнә, мәҫәлән, улар музыка ҡоралдарында уйнай йәки бейеп йөрөй[4][5]

XXI быуат башында был урында нефть разведкаһы башлана, был ҡая сәнғәте ҡомартҡыларын ҡурҡыныс аҫтына ҡуя. Нефть ятҡылыҡтарын локалләштереү өсөн ҡулланылған ер аҫты шартлатыуҙары, һүрәттәр булған бер нисә ҡаяға байтаҡ зыян килтерә.[6]

Remove ads

Иҫкәрмәләр

Әҙәбиәт

Һылтанмалар

Loading related searches...

Wikiwand - on

Seamless Wikipedia browsing. On steroids.

Remove ads