Тайыш (Мәсетле районы)

Рәсәҙең Башҡортостан Республикаһы Мәсетле районындағы ауыл From Wikipedia, the free encyclopedia

Remove ads

Тайыш (рус. Таишево, икенсе атамаһы Этҡол) — Башҡортостандың Мәсетле районындағы ауыл. Йонос ауыл советына ҡарай. Почта индексы — 452563, ОКАТО коды — 80242850004.

Ҡыҫҡа факттар Дәүләт, Административ-территориаль берәмек ...

Remove ads

Халыҡ һаны

Ентеклерәк мәғлүмәт Йыл, Халыҡ һаны ...

Географик урыны

  • Район үҙәгенә тиклем (Оло Ыҡтамаҡ): 34 км
  • Ауыл Советы үҙәгенә тиклем (Йонос): 11 км
  • Яҡындағы тимер юл станцияһы (Сулея): 160 км

Урамдары

Урам исеме[6]:

  • башҡ. Тау (урамы) — рус.  Горная (улица)
  • башҡ. Зәки Вәлиди (урамы) — рус.  Заки Валиди (улица)
  • башҡ. Урман (урамы) — рус.  Лесная (улица)
  • башҡ. Урал (урамы) — рус.  Уральская (улица)
  • башҡ. Мәктәп (урамы) — рус.  Школьная (улица)

рәсми булмаған урам исемдәре[7]

  • Урман (урамы) — Тирмән ауыл
  • Урал (урамы) — Түбән ос
  • Мәктәп (урамы) — Ҡуянсуҡ
  • Зәки Вәлиди һәм Тау яны урамдары, уларҙың рәсми булмаған исеме юҡ.

Билдәле шәхестәре

  • Абдуллина Сәниә Әхәт ҡыҙы (12.10.1928), уҡытыусы, сәсән. 1989 йылда СССР-ҙың халыҡ хужалығы ҡаҙаныштары күргәҙмәһендә (ВДНХ СССР) һәм Татар АССР-ында Башҡортостан әҙәбиәте һәм сәнғәте көндәре фестивалендә ҡатнашыусы. 1-се Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы делегаты (1995).
  • Вәлиев Ильяс Иштуған улы (25.01.1949), ғалим-педагог, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Педагогия һәм социаль фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы (1995), Халыҡ-ара педагогия академияһының мөхбир ағзаһы (1996), Рәсәй Тәбиғи фәндәр академияһының ағза-корреспонденты (2009), педагогия фәндәре докторы (1999), профессор (2010). СССР‑ҙың мәғариф отличнигы (1988), РСФСР‑ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1986), Рәсәй Федерацияһының почётлы дөйөм белем биреү отличнигы (2003) һәм почётлы юғары профессиональ белем биреү хеҙмәткәре (2009). Степан Злобин исемендәге әҙәби премия лауреаты (2000).
  • Ғәниев Мидхәт Рәфҡәт улы (04.01.1952), төҙөүсе. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған төҙөүсеһе (1995).
Remove ads

Иҫкәрмәләр

Һылтанмалар

Loading related searches...

Wikiwand - on

Seamless Wikipedia browsing. On steroids.

Remove ads