Таналыҡ
From Wikipedia, the free encyclopedia
Remove ads
Таналыҡ — Башҡортостан Республикаһы һәм Ырымбур өлкәһендә аҡҡан йылға, Яйыҡтың уң ҡушылдығы.
Remove ads
Атаманың килеп сығышы
Таналыҡ һүҙе, белешмә китабы буйынса[1], тана` нигеҙенә -лыҡ ялғауы ҡушылыуынан барлыҡҡа килгән («Тирә-яҡты өйрәнеү йыйынтығына» һылтанма менән, 1930. 70 бит).
Географияһы
Оҙонлоғо 225 км[2], һыу йыйыу майҙаны 4160 км2, йылға селтәренең ҡуйылығы 0,24 км/км2, йыллыҡ улаҡ модуле 2,0 л/с км2. Киңлеге 2 метрҙан 35 м тиклем, тәрәнлеге — 0,5-2,0 метр. Ағым тиҙлеге — 0,1-0,2 м/с.
Таналыҡ Ирәндек һыртынан башлана (Талҡаҫ күленән көньяҡтараҡ, Һаҡмар-Таналыҡ тигеҙлегендә). Ҡар, өлөшләтә күлдән сыҡҡан Шугур йылғаһынан туйындырыла. Йылғаның үрге ағымында, Талҡаҫ күле янында Сереккүл һыуһаҡлағысы урынлашҡан. Йылға башында — тау һырттары менән тау итәгендәге киртләс. Баймаҡ ҡалаһын уҙғандан һуң, Таналыҡ тигеҙлеккә сыға. Урта һәм түбәнге ағымында һыр сусаҡлыға әйләнә.
Артабан Таналыҡ көньяҡҡа ҡарай Первомайский, Өфө биҫтәләре аша ағып, Хворостянка ауылы янында Таналыҡ һыуһаҡлағысына Таналыҡ микро-һыу электр станцияһына әйләнә, уның майҙаны 201 га һәм тәрәнлеге 36 метр.
Һамар ҡасабаһынан һуң Таналыҡҡа уң яҡтан ҙур Быҙаулыҡ ҡушылдығы ҡоя, Бүребай һәм Аҡъяр ауылдары янында Таналыҡҡа Ерәнағас һәм Ташлы ҡушыла. Һуңынан йылға төньяҡ-көнсығышҡа табан борола һәм Башҡортостан Республикаһы менән Ырымбур өлкәһе сигендә Ирекле һыуһаҡлағысына ҡойоп, Урал йылғаһын туҡландыра.
Remove ads
Сәнәғәттәге ҡулланышы
Таналыҡ яҙ көнө тулы һыулы булһа, көҙгә ҡарай кибеп бөтә тиерлек. Өлөшләтә уны һыуһаҡлағыс ҡаплай. Таналыҡ һыуы Баймаҡ һәм Бүребайҙа тау эшкәртеүҙә, Баймаҡ һәм Хәйбулла райондары ауыл хужалығында ҡулланыла.
Һыу юлы
Төбө — ташлы-ҡырсынташлы. Ҡайһы бер урындарҙа — ләмләнгән (күбеһенсә йылғаның һөрөлгән ерҙәр янында аҡҡанда).
Һыу реестры мәғлүмәттәре
Ҡушылдыҡтар (тамаҡтан оҙонлоғо, км)
Әҙәбиәт


- Гареев А. М. Реки и озера Башкортостана. — Уфа: Китап, 2001. — 260 с.
- Таналык // Баймакская энциклопедия / Научно-ред. коллегия: И. Х. Ситдиков (председ.), К. И. Аглиуллина, А. З. Асфандияров и др.. — Уфа: Башкирская энциклопедия, 2013. — С. 504-505. — 640 с. — 3100 экз. — ISBN 978-5-88185-084-5. (в пер.)
Remove ads
Иҫкәрмәләр
Һылтанмалар
Wikiwand - on
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Remove ads