Татабанья

From Wikipedia, the free encyclopedia

Татабаньяmap
Remove ads

Татабанья[5] (венгр. Tatabánya, нем. Totiserkolonie) Венгрияның төньяҡ — көнбайышындағы ҡала, медье Комар-Эстергомдың административ үҙәге. Халҡы 67 043[6]кеше тәшкил итә (2014 йылға).

Ҡыҫҡа факттар Рәсми атамаһы, Рәсми тел ...

Ҡала Герече һәм Вертеш тау һырттары араһындағы үҙәндә урынлашҡан, Будапештан төньяҡ-көнбайышҡа ҡарай 55 км алыҫлыҡта ята. Ҡала аша тимер юлы һәм (M1, E-60, E-75) Будапешт — Вена автомобиль магистрале үтә. Поезда Будапештан алып юлдағы ваҡыт — бер сәғәт тирәһе.

Remove ads

Тарихы

Thumb
Турул монументы

Хәҙерге Татабанья биләмәһендә өс тарихи ауыл — Альшогалла, Банхида һәм Фельшегалла урынлашҡан. Улар араһында иң боронғоһо — Банхида — беренсе мәртәбә 1288 йылда телгә алына.

XVI быуатта өлкә төрөктәр тарафынан баҫып алынған була, төрөктәрҙән азат ителгәндән һуң XVII быуатта халыҡ һаны немец һәм словак колонистарын йәлеп итеү иҫәбенә компенсациялана. 1787 йылда Альшогаллала 580 кеше йәшәй. Фельшёгаллала— 842.

Xалыҡтың ҡырҡа артыуы ҡаланың тирә яҡтарында күмер ятҡылыҡтары асыу менән бәйле XIX быуаттың беренсе яртыһында башлана. Шахталар менән йәнәш яңы ауыл төҙөлә, ул Татабанья исемен ала.

Икенсе донъя һуғышы тамамланғандан һуң илдең коммунистик хөкүмәт тарафынан индустриялаштырыу программаһы ҡабул ителә, уның сиктәрендә бер нисә бәләкәй венгр ҡалаларын ҙур индустриаль үҙәккә әйләндереү планлаштырыла. 1947 йылда өс тарихи ауыл һәм Татабанья ҡасабаһы Татабанья ҡалаһы итеп үҙгәртелә, унда күләмле төҙөлөш башлана. Альшогалла, Банхида, Фельшегалла ҡала райондары булып ҡала. Өс йылдан һуң ҡала медье Комар-Эстергомдың баш ҡалаһы була.

Thumb
Һалҡын һуғыш ваҡытында төҙөлөш райондары
Thumb
Селим мәмерйәһе
Thumb
Альшогалла сиркәүе

Ҡала иҡтисадының нигеҙе булып металлургия, күмер сығарыу, машиналар эшләү була. XX быуаттың 80-се йылдарында ҡала халҡының һаны 80 000 кешегә арта.

90-сы йылдарҙа коммунистар хөкүмәте ҡолатылғандан ауыр һәм тау сәнәғәтенең иҡтисади роле ҡырҡа кәмей, халыҡтың күр өлөшө ситкә китә. Ҡаланың иҡтисади структураһы ныҡ үҙгәрә, хәҙер ҡала халҡы электр запас частәре, төргәкләү материалдары етештереү, алюминий эшкәртеү менән, шулай уҡ сауҙа һәм һатыу менән шөғөлләнә. 90-сы йылдар иҡтисади көрсөгөн еңеп сығып, хәҙерге ваҡытта Татабанья йылдам үҫеүсе ҡалаға әүерелгән.

Remove ads

Мәғарифы

Ҡалала 2 колледж, 10 урта һәм 16 башланғыс мәктәп бар. 1992 йылдан хәҙерге иҡтисад университеты эшләй.

Спорты

Татабаньяла спорт популяр, ҡалала күп һанлы спорт ҡоролмалары төҙөлгән — футбол стадионы, ябыҡ һәм асыҡ бассейн, бер нисә спорт һарайы һәм спорт залдары бар.

Татабаньяла 1910 йылда футбол командаһы барлыҡҡа килә, ул Венгрия беренселегенең юғары лигаһында уйнай. 2006/2007 йыл миҙгелендә чемпионатта команда 12-се урынды биләгән. Шулай уҡ Татабанья популяр «Татабанья-Карбонэкс» ир-ат гандбол командаһына эйә.

Иҫтәлекле урындары

  • Турул монументы. Татабанья гербында төшөрөлгән легендар Турул ҡошон һүрәтләгән һәйкәл ҡаланың өҫ яғында тау түбәһенә ҡуйылған.
  • Селим мәмерйәһе. Герече тауында урынлашҡан.
  • Герече һәм Вертеш тау һырттары. Урмандар менән ҡапланған матур ҡалҡыулыҡтар тәбиғәт яратыусыларҙы йәлеп итә.

Туғандаш ҡалалар

Иҫкәрмәләр

Loading related searches...

Wikiwand - on

Seamless Wikipedia browsing. On steroids.

Remove ads