Фәйзуллин Марат Рәйес улы
музыкант, композитор, тауыш режиссеры, музыкаль продюсер From Wikipedia, the free encyclopedia
Remove ads
Фәйзуллин Марат Рәйес улы (Татурас) (7 ноябрь 1982) — Рәсәй музыканты, композитор һәм музыкаль продюсер, тауыш режиссёры. РФ-ла этник проекттарҙы үҫтереүсе. Рәсәй композиторҙары союзының йәштәр секцияһы ағзаһы. «Aera Records» һәм «Afarin Records» лейблдарын булдырыусы. 100-ҙән ашыу фильмдың саундтрегы авторы.
Remove ads
Биография
Фәйзуллин Марат Рәйес улы 1982 йылдың 7 ноябрендә Өфө ҡалаһында тыуған.
1989—1999 йылдарҙа Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө сәнғәт академияһы ҡарамағандағы Урта махсус музыка мәктәбендә уҡый.
2000 йылда һуҡма инструменттар класы буйынса Өфө сәнғәт училищеһын тамамлай. Уҡыу йылдарында күп тапҡырҙар Бөтә Рәсәй һәм халыҡ-ара конкурстар лауреаты була. Шул уҡ йылда һуҡма инструменттарҙа (маримба, ксилофон һ.б.) Башҡортостанда беренсе тапҡыр үҙенең концертын ойоштороусы. 15-тән күберәк музыка ҡоралында уйнай.
2008 йылда Профсоюздарҙың Санкт-Петербург гуманитар университетында тауыш режиссеры һөнәре буйынса юғары белем ала.
29 нәфис фильм, 46 документаль фильм һәм телетапшырыуҙар, 11 йәнһүрәт, 40-тан ашыу реклама ролигы музыкаһы авторы. Алдынғы кинокомпаниялар, телеканалдар, музыкаль нәшриәттәр менән хеҙмәттәшлек итә. Дискографияһында 4 альбом һәм винил пластинка бар. Рәсәй композиторҙары союзының йәштәр секцияһы ағзаһы[1]. РФ һәм БР Кинематографистары союзы идараһы ағзаһы, Рәсәйҙең Рус география йәмғиәте ағзаһы, Евразия халыҡтары ассамблеяһының Халыҡ-ара мәҙәни хеҙмәттәшлек буйынса советы ағзаһы[2][3].
2005 йылдан Мәскәүҙә йәшәй. Өйләнгән, улы бар.
Remove ads
Иҫкәрмәләр
Сығанаҡтар
Wikiwand - on
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Remove ads